Очерктарҙың икенсе тематик төркөмөндә башҡорт нефтсе ләренең фиҙаҡәр хеҙмәте тасуирланды. И. Абдуллиндың («Икенсе Бакуҙан хаттар» серияһы), К. Мәргәндең («Беренсе класс мастеры»), К. Ғәбитовтың («Яуҙа ла, хеҙмәттә лә ал дынғы кеше» — 1947, «Быраулау мастеры Тажи Сыртланов» — 1947), һуңыраҡ Ғ. Ибраһимовтың, Н. Асанбаевтың, Ә. Байра- мовтың очерктары был тематик төркөмдө барлыҡҡа килтерҙе.
Дөрөҫ, очерктар башҡа темаларға ла йыш ижад ителде. Был йылдарҙа, ғөмүмән, Башҡортостандың күп тармаҡлы про- мышленносының иркен һулышы арыу уҡ киң тасуирланды. Был йәһәттән 3. Биишеваның «Завод ҡыҙы», «Орденлы опера тор», X. Кәримдең «Формовщица Миңниса», Ғ. Әмириҙең «Ан дрей Чистов», Ә. Вәлиҙең «Үткер егет», «Ижадлы эш», «Павел Ухов» һәм башҡа очерктарын күрһәтергә мөмкин. Ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре хаҡында ла очерктар яҙылды. Ә. Бик- чәнтәевтең «Мәғрифә Мәүлетова» (1947), X. Ғиләжевтең «Про фессорҙың юлы» (1947) очерктары ошо хаҡта һөйләй.
Ләкин һуғыштан һуңғы йылдарҙағы очерктарҙың темати каһы ни тиклем генә бай булмаһын, уларға форма төрлөлөгө етмәй ине. Очерктарҙың барыһы ла тиерлек портрет рәүешендә яҙылды. Был портрет очерктарҙың композицияһы ла, сюжет ойошторолошо ла, портретты биреү алымдары ла бер төрлөрәк булды. Әйтәйек, йәш эшсе йә игенсе, берәй белгес эшкә урынлаша ла үҙ һәнәренең бөтә нескәлектәрен тырышып- үҙләштергәс, инициатива күрһәтә, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, производствола ҙур уңыштарға ирешә. Администрация һәм партия ойошмаһы ярҙамында ул рекордлы күрһәткестәргә өлгәшә. Уны депутат йә горком, обком ағзаһы итеп һайлайҙар, орден менән наградлайҙар, хатта Социалистик Хеҙмәт Геройы итәләр. Ошо схема очерктан очеркка күсә килә. Бындай очерк тарҙы айырым-айырым ҡарағанда, әлбиттә, схемасылыҡ артыҡ һиҙелмәй. Әммә бер-бер артлы уҡығанда уларҙың художество лылығы, идея-эстетик нагрузкаһы һиҙелмәй башлай. Әҫәр ге ройҙы махсус командировка менән барып күргәндән һуң, отчет бирергә кәрәк булғанға ғына яҙылған кеүек тойола.
Шулай ҙа был очерктарҙы яҙыу әҙиптәрҙең үҙҙәренә тор мошто өйрәнеүҙә ҙур ижади мәктәп булды, һуғыштан һуңғы ысынбарлыҡ хаҡындағы аҙмы-күпме уңышлы хикәйәләр бил дәле дәрәжәлә ошо әҙерлектән һуң ижад ителде.
Композиция һәм сюжеттың схематик төҙөлөшө кеүек етешһеҙлектән тыш, һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙағы очерк өсөн производство менән, эш төрөнөң барышы менән мауығыу 173