украин аҙыҡтары әҙерләтеп, посылка һалдыра. X. Кәримдең был очерктарында совет һалдатының мораль-сәйәси сифаты, берҙәмлек тойғоһо, патриотик хистәре күрһәтелә.
«Сержант Галин» (1942) хикәйәһендә совет яугирҙарының оҫта, таҫыл һуғышыуы һүрәтләнһә, «Немец самауыр» хикә йәһендә фашистарҙың мародерлыҡ менән шөғөлләнеүе, тыныс халыҡты язалау-талауҙары фашлана.
Б. Димдең һуғыш осоронда яҙылған хикәйәләренә ниндәй ҙер киңлек-эпик һүрәтләү хас. Дөрөҫ, һуғыш йылдары проза һының мөһим үҙенсәлеге булған публицистик пафосты Б. Дим дә уратып үтмәне. Уның утыҙынсы йылдарҙа ижад иткән әҫәрҙәре лә очеркка тартым ине. Ә инде һуғыш йылдарында сыҡҡан хикәйәләре натуранан яҙылған кеүек. Бөтә әҫәрҙәрҙә лә тиерлек ваҡиғаларҙа полк комиссарының ҡатнашыуы, өҫтәүенә, хикәйәләүгә публицистик интонацияның ҡушылыуы был тойғоно тағы ла көсәйтә төшә.
Б. Димдең һуғыш осоронда яҙған әҫәрҙәрендә тема берлеге генә түгел, стиль берлеге лә көслө. Хатта комиссарҙан башҡа ҡайһы бер геройҙарҙың да әҫәрҙән әҫәргә күсеүе был хикәйә ләрҙе бер-береһенә тағы ла яҡынайта. Дим ижадындағы был үҙенсәлекте уның 1948 йылда сыҡҡан «Хикәйәләр» китабына яҙған баш һүҙендә Б. Бикбай ҙа билдәләй1.
Бына «Беренсе бәрелеш» хикәйәһе. Тәүҙә үҙ илен яҡлап һуғышҡа күтәрелгән халыҡ хаҡында дөйөм планда публицис тик инеш бирелә. «Киләсәк көн һәм уның көтөлмәгән, белен мәгән күренештәре хаҡында уйлаған, илдең төрлө яҡтарынан йыйылған полк һуғышсылары беренсе бәрелешкә керергә әҙерләнә». Артабан автор сюжетты конкретлаштыра, айырым полкташтары хаҡында белешмә бирә, уларҙың һуғыш алдынан булған кисерештәрен анализлай. Ошондай тыныс, әммә көсөргәнешле тынлыҡты тасуирлағандан һуң автор полктың конкрет эшен — дошмандың атакаларын кире ҡағыу һуғышын һәм ошо көсөргәнешле минуттарҙа айырым һуғышсыларҙың кәйефен һүрәтләй.
Дөйөм полк алып барған ауыр һуғышта автор бигерәк тә ике дуҫ һуғышсыға — украин Федорчук менән әзербайжан Кулиевҡа ныҡ иғтибар итә. Уларға ҡарап, «Беҙҙең ил — халыҡтар араһында туғанлыҡ, дуҫлыҡ иле — һәр бер халыҡ 1 Б. Дим. Хикәйәләр. Өфө, 1948. 4-се бит.
155