Хикәйәләрҙә ҡыуғынсылар образдары ла төҫмөрләнеп ҡала. Ҙур оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ, һалҡын ҡанлылыҡ талап итеүсе лоц ман Ғилман ағай, Ағиҙелдең ни һөйләүен аңлаусы, ғүмер буйы тауҙа, Ағиҙел буйында көн иткән Юлсура бабай, уҡыр сағын да ауыр ҡыуғын эшендә йөрөүсе Тимербикә менән Алтынбай образдары күңелдә йылы тойғолар уята.
Ҡыуғын хикәйәләренең, уларҙы бергә туплаусы дөйөм мотивы булыу өҫтөнә, һәр береһенең үҙенә генә хас айырым темаһы бар. Әйтәйек, «Инсебикә-таш»та батырлыҡ, ҡыйыу лыҡ, уларҙың маҡсаты, темаһы төп урында торһа, «Митрош- кин-таш»та — тыуған ер һәм азатлыҡ, ә «һандыҡ-таш»та тыуған ерҙе белеү, ундағы байлыҡты халыҡҡа хеҙмәт иттереү юлдары хаҡында уйланыу тора. «һандыҡ-таш — бөтә Урал ул! Урал — хазина һандығы ул. Тик уны аса белергә генә кәрәк, ә уның асҡысы — белем!» — ти Юлсура бабай.
«Терелгән телдәр» хикәйәһендә Семен менән Марианнаның уттар-һыуҙар аша үтеп сыныҡҡан иҫ киткес саф һәм яҡты мөхәббәте тасуирлана.
4. Хикәйә менән очерк мөнәсәбәте Һуғыш күренештәрен тасуирлаған хикәйәләрҙә очеркка тартымлыҡ бигерәк тә ныҡ һиҙелде. Әйтәйек, X. Кәримдең прозаик әҫәрҙәрен, Б. Дим хикәйәләрен очерк йә хикәйә тип тә атап булыр ине. Сөнки уларҙы яҙыусының көндәлек дәфтәренә төшкән фәһемле эпизодтар һәм факттарҙың туранан-тура художестволы әҫәргә әйләнеп китеүе һиҙелә. Әммә был һыҙат хикәйәләрҙең идея-художестволы кәмселеген түгел, киреһенсә, тормошсанлығын барлыҡҡа килтерә.
Мәҫәлән, «Мөхәббәткә үлем юҡ» (1942) хикәйәһендә X. Кә рим фашистарҙың балаларҙа ла үҙҙәренең потенциаль дошма нын күреүҙәрен раҫлай. Сөнки балалар ҙа кескәй йөрәктәрендә тыуған ергә, илгә булған ҙур патриотик тойғо йөрөтә. Әҫәрҙә төшөн һөйләгәндә Сталин исемен әйткән өсөн генә Павлик тигән сабыйҙы фашист һалдатының маузер менән һуғып йығыуы хаҡында һөйләнә. Ләкин халыҡ рухын үлтереү мөмкин түгел, тип раҫлай автор, мөхәббәткә үлем юҡ.
«Күстәнәс» хикәйәһендә Янбулат Юлбарисов тыуған ере, әсәһе, фашистар оккупацияһында ҡалған дуҫы Остап Кремен- чукка ғәжәп бер хәстәрлек күрә. Үҙ әсәһенән Остап исеменә 154