төшөнкө йөкмәткеле хатының хата икәнлеген аңлай. Ошонан һуң Бибинурҙың үҙгәреүе башлана. Хикәйә һуңында автор үҙ героиняһына әлеге Зөләйха әбейҙән баһа бирҙертә. Бибинур ҙың: «Мин ауыл эшенә төшөндөммө инде?» — тигән һорауына Зөләйха әбей: «Бына тағы һүҙ! һин үҙең беҙҙе төшөндөрөп йөрөйһөң дә баһа!» — тип яуап ҡайтара.
«Әхмәҙулла» хикәйәһендә автор үҙенең башҡорт атлы дивизияһына бүләк илткән делегация составында фронтҡа барғанда күргәндәрен дөйөмләштергәндәй итә. Йәше оло булыу арҡаһында һуғышҡа алынмаған Әхмәҙулла бөтә көсөн һалып Ҡыҙыл Армияға ярҙам итергә тырыша. Яҙыусы башҡорт пат риоты образын биреүҙе маҡсат итә. Әхмәҙулла үҙ аҡсаһына танк һатып ала һәм уны фронтҡа алып барып тапшыра. Фронттан етем ҡалған бер баланы тәрбиәгә алып ҡайта. Бөтә нәмә фронт өсөн, бөтә нәмә еңеү өсөн тип тырышып йөрөгән Әхмәҙулла бының менән генә лә тынысланмай, ауылдаштары ның бөтә колхоз менән бер булып самолет һатып алып фронтҡа оҙатырға тигән теләктәрен дә ул башлай.
һуғышҡа тиклем балалары булмағанға үҙен бәхетһеҙ һанаған Әхмәҙулла ана шулай ил ҡайғыһын хәстәрләп йөрөүсе ҙур уйлы ижтимағи эшмәкәргә әйләнә, үҙенең шәхси хәсрәтен онота. С. Агиш был хикәйәһендә лә күҙгә күренеп торған кон фликт менән эш итмәй. Сюжетты Әхмәҙулланың элекке тын тормошон онотоп, ил өсөн, фронт өсөн ҙур дәрт һалып эшләп йөрөүен, йәғни уның үҙгәреүен тасуирлау барлыҡҡа килтерә. Әҫәр ошо яғы менән портрет очеркын хәтерләтә.
Тәүҙә тематик яҡтан да, форма йәһәтенән дә бер-береһенә бик яҡын торған хикәйәләр яҙған С. Агиш һуғыш йылдарында кешеләрҙең үҙгәреүенә, әүҙемләшеүенә, инициативалы һәм үҙ- ара мөнәсәбәттә лә ярҙамсыл була барыуҙарына иғтибар итте. Тормош үҙгәреүе кешеләрҙең мораль-сәйәси йөҙөн асыҡланы, берҙәмлеген, интернациональ уй-тойғоларын көсәйтте. «Хуш лашыу» (1943) хикәйәһе тап бына шуны сағылдырҙы.
Бында башҡорт ҡарты Ҡотлобай менән һуғыш арҡаһында Башҡортостанға килеп сыҡҡан Иван Булавиндың ихлас дуҫлығы бик яғымлы тасуир ителә. Смоленск ерҙәре фашис тарҙан таҙартылыу менән Иван Булавин ҡайтырға йыйына. «Башкирия насар түгел, матур ил, ә Смоленск беҙгә тағы ла яҡыныраҡ шул», — ти Иван ҡарт үҙенең ашығыу ы өсөн ғәфү үтенгәндәй. «Ил тигәнең илле йылдан да үҙенә тарта», — тип яуап бирә Ҡотлобай ҡарт. Әммә авторҙың төп маҡсаты — ике 151