һәтергә мөмкин1. Бынан тыш, жанрҙар һәм айырым әҫәрҙәр тураһында фекерҙәр әҙәбиәттең дөйөм үҫешенә бағышланған мәҡәлә һәм хеҙмәттәрҙә, айырым яҙыусыларҙың ижады хаҡын дағы монографияларҙа, повесть һәм романдарға сыҡҡан рецен зияларҙа әйтелеп киленә. Ә инде 1958 йылда РСФСР яҙыусы ларының Өфөлә үткәрелгән пленумында башҡорт романы хаҡында махсус доклад ҡуйылыу, бер яҡтан, беҙҙә был жанр ҙың билдәле дәрәжәлә өлгөрөп етеүе хаҡында һөйләһә, икенсе яҡтан, уның тыуыу, формалашыу һәм үҫеү юлдары, ғөмүмән, башҡорт романы туплаған тәжрибәләрҙе конкрет өйрәнеү кәрәклеген дә билдәләне.
Профессор Кирәй Мәргәндең мәҡәләһендә2, ғөмүмән, роман жанрының барлыҡҡа килеү һәм үҫеү проблемаһы ҡуйылды. Бында хәҙерге романдар хаҡында ла ҡыҙыҡлы ғына фекерҙәр бар. Автор уларҙың яңы сифатына, айырым алғанда роман дарҙың күп планлы булыуына ныҡ ҡына иғтибар итте.
Әкрәм Вәлиҙең «Башҡорт романы тураһында фекерҙәр» тигән мәҡәләһендә3 башҡорт романының формалашыу тарихын күҙҙән үткәреп, һәр осор өсөн хас булған һыҙаттарҙы билдәләргә, һәр романсының жанр үҫешенә нимә өҫтәүен асырға тырыша.
Шулай ҙа башҡорт прозаһы тарихы буйынса ошоғаса айы рым мәҡәләләр генә яҙылды. Жанрҙар үткән юл, улар туплаған тәжрибә дөйөмләштереүһеҙ ҡала килде. Был хеҙмәттә башҡорт прозаһының дөйөм художестволы тәжрибәһен өйрәнеп, ҡайһы бер һығымталар яһау, жанрҙар үҫешенең перспективаһын билдәләү маҡсаты ҡуйылды. Милли проза жанрҙарының бар лыҡҡа килеү, формалашыу, үҫеш этаптары тикшерелә һәм шул нигеҙҙә ҡайһы бер теоретик һығымталар яһарға ынтылына.
1 Ҡара: Ә. Харисов. Әҙәби күренештәр. Өфө, 1964; Ғ. Х ө с ә й е нов. Заман һәм поэзия. Өфө, 1964; Хәҙерге прозабыҙҙың үҫеш тенденци ялары. «Ағиҙел» журналы, 1965. № 2; К. Мәргән. Халыҡ күңеленең көҙгөһө. Өфө, 1960; Ә. Хәкимов. Әҙәбиәт һәм заман. Өфө, 1967; М. Минһ аже тдинов. һәҙиә Дәүләтшина. Өфө, 1966.
2 К. Мәргән. Роман жанрының үҫешенә бер ҡараш. «Халыҡ күңеле нең көҙгөһө» китабы. Өфө, 1960.
3 А. Валеев. Мысли о башкирском романе. «Советская Башкирия» гәзите, 1962. 25 апрель.
15