генән тип раҫлауы авторҙы ла тарихҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр итә. Халыҡтың хәрби традицияларын тикшереү очерк тың органик өлөшө булып китә. Сөнки Салауаттың дуҫы, Пугачевтың баш советниктарының береһе полковник Кинйә Арыҫлановтың азатлыҡ өсөн көрәшен беҙҙең көндәрҙә Ғәфиәт Арыҫланов дауам итә, ҙур батырлыҡ күрһәтеп, башҡорттар араһынан беренсе булып Советтар Союзы Геройы исеме ала.
Очерк, шулай итеп, тарихи планда ла киңәйә, уның йөк мәткеһе үҫә, формаһы үҙенсәлекле бер төҫ ала. Сөнки яҙыусы тарих менән бөгөнгөнө үреп бирә. Ошондай тарихи экскурс ярҙамында ул Кинйә ауылын нигеҙләүсе халыҡ батырының образын да яңырта. Был осраҡта ул халыҡ ҡарашын сағылды рыусы легенда һәм йырҙарға ла, рәсми документтарға ла тая на. Очерктың төп өлөшө ошо планда яҙыла. Автор әленән-әле әсәнең ғәжәп образлы һүҙҙәрен, әле шиғырҙарын күсерә — ошо ерлектә тарихи шәхес Кинйәнең, ғәжәп асыҡ ҡарашлы поэтик күңелле Хәбибә әбейҙең, фин һуғышында уҡ ил геройына әйләнгән танк полкы командирының урынбаҫары Ғәфиәттең, уның Брянскиҙа партизан булған энеһе Зиннәттең образдарын асыуға килә.
Дөрөҫ, әҫәр повесҡа яҡын булһа ла (геройҙарҙың күплеге, хикәйәләүҙең күп планлы булыуы, тасуир теленең төрлөлөгө) унда очеркка хас информациялылыҡ еңә. Ошо арҡала ҙур фе керле, тос йөкмәткеле әҫәр очерклығын һаҡлай. Сөнки яҙыусы Ғәфиәт Арыҫлановтың һәм уларҙың утыҙ өйлө ауылынан сыҡҡан тағы ике геройҙың батырлыҡтарының социаль-психо- логик һыҙаттарын тикшерһә лә был геройлыҡҡа өлгәшеү юлы ситтә ҡала. һуғыш бер нисә эпизод менән генә бирелә.
Ж. Кейекбаевтың «Зөбәй Үтәғолов» (1943) очеркы ла шул планда яҙылған. Яҙыусы үҙ геройының гражданин-патриот булып формалашыу юлын — Маҡар мәктәбендә уҡыуын, вуз бөтөрөүен, уҡытыусы булыуын тасуир итә. Йөкмәткеһе, күтәргән проблемаһы, геройҙары менән повесҡа яҡын был очеркта ла совет кешеһен һуғышта еңеүгә килтергән иң яҡшы сифаттары — социалистик патриотизм һыҙаттары күрһәтелә.
Ж. Кейекбаев Зөбәй Үтәғолов биографияһындағы, үҫешен дәге һынылыш мәлдәренә нығыраҡ туҡтала. Уның юғары мораль сифатҡа, идея-сәйәси ныҡлыҡҡа совет мәктәбендә, совет вузында, совет шарттарында ирешкәнлегенә баҫым яһай. Очерктың кульминацион моменты — Үтәғолов менән уның командиры рус егете Ликуновтың башҡа юл ҡалмағас, фашис 148