Ул «һәнәк», «Аллаһыҙҙар», «Октябрь» журналдарында күп кенә сатирик һәм юмористик әҫәрҙәр сығарҙы. «Кем ғәйепле?», «Сәфиулла илай», «Ялағай», «һуңғы таҙҙар», «һуңғы мәйет тәр», «Микрофон», «Күршеләр», «Ышанмаҫ Хәләф», «Сума ҙан», «Сер», «Икмәк», «Ил», «Ҡорт күсе», «Тәпән» кеүек хикәйәләре авторҙың һүрәтләү оҫталығы хаҡында ғына түгел, тормошто анализлау, унда барған социаль-психологик процес ты тикшереү, аңлатыу һәм һығымталар яһау таланты тураһын да ла һөйләй. Сатирик әҫәрҙәрен С. Агиш, нигеҙҙә, утыҙынсы йылдарҙың тәүге яртыһында яҙҙы.
Был аңлашыла ла. Коллективлаштырыу арҡаһында ауылда булған ҙур социаль-психологик тетрәнеүҙәр тап ошо йылдарға ҡарай. Совет власының дошмандары — кулактар, дин әһелдәре лә ошо йылдарҙа бик ныҡ әүҙемләште. Шуның өсөн дә С. Агиштың был әҫәрҙәренең нигеҙендә социалистик үҙгәртеп ҡороуҙарҙы яҡлау ята. һәр хикәйәлә лә сюжетты ижтимағи конфликт хәрәкәт иттерә. Был конфликттың асылы — яңы ысынбарлыҡ менән уға ҡаршы сығыусы кулак һәм дин әһел дәре араһындағы ҡаршылыҡтар.
С. Агиш өсөн кеше холҡо, ҡылығы һәм психологияһы — со- циаль-тарихи шарттар тыуҙырған ижтимағи күренеш. Ул быны тәүҙә яңы социалистик шарттарға ят булған типтарҙың фиғелен анализлау аша тапты. Иҫке типтарҙың ҡылыҡ, холоҡ һәм психик һыҙаттарының яңы шарттарға һыймауын көлкөлө картина-эпизодтар аша үткерләштереп ирония менән һүрәт ләне. «Шартына килһен», «Ышанмаҫ Хәләф» кеүек әҫәрҙәр ошо юл менән яҙылған, һуңыраҡ яңы шарттар тыуҙырған ке шеләрҙе һүрәтләгәндә инде лирик йылылыҡ,. яғымлылыҡ өҫтөнлөк алды («Артистар»). Уларҙа С. Агиш яңы замандың гуманистик асылын, йәмғиәт менән кеше араһындағы гармо нияны күрһәтеүгә өлгәште.
Ғ. Әмири, К. Мәргән хикәйәләрендә С. Агиштың башлаған ошо кеше холҡондағы сатаҡлыҡтарҙы ҡабартып күрһәтеү юлы менән оригиналь образ тыуҙырыуға ынтылыу һиҙелде. Дөрөҫ, Ғ. Әмири «Алтын» хикәйәһендә образдың был һыҙатын социаль йөкмәтке менән байытып биреүгә өлгәште. Шуға ла Сафа ҡарт образы ғәҙәттән тыш кеше, сәйер тип булып тойолмай. Ул капитализмдың бер ҡорбаны булараҡ хәтерҙә ҡала. Ә бына К. Мәргәндең тәүге хикәйәләрендә персонаждарҙың холоҡ- ҡылыҡтарын социаль йөкмәтке менән мотивлаштырыу етеңкерәмәй. Дөрөҫ, «Эҙләнеү» (1940), «Ҡабалан кеше» (1940) 138