Утыҙынсы йылдар прозаһында хәрби-патриотик теманың Ҡыҙыл Армия тормошо, уның көнкүреше, яугирҙарҙың хәрби- сәйәси белемдәрен күтәреүе шул ерлектә килеп сыҡҡан шәхси кисерештәр планында бер яҡлыраҡ сағылышы ана шул проза ик ҡанундарға ла бәйләнгән.
Шулай уҡ был теманың йәшлегендә Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт иткән әҙиптәр ижадында ғына сағылыуы ла шул ҡанун дарға нигеҙләнә. Ә. Вәли, Ғ. Әмири, Б. Дим ижадында урын алған был тема үҙенең очерксараҡ күрһәтелеше, стиленең ябай тасуири планда булыуы менән айырыла.
Ә. Вәлиҙең «Мин Алыҫ Көнсығыштан» тигән хикәйәләр серияһы очерктарҙы, йә булмаһа иҫтәлектәрҙе хәтерләтә. Уларҙың яҙылыу йылдары ла әҙиптең Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуңғы осорға ҡарай. Ул быға тиклем «Алыҫ Көнсығышсы яҙмалары» тигән очерктар серияһы баҫтырғайны. Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итеү һәм Алыҫ Көнсығыштың үҙенсәлекле тәбиғәте, тормошо һәм кешеләре хаҡындағы тәүге тәьҫирҙәрен яҙыусы очерктарҙа сағылдырғай ны. Ә. Вәли бер аҙ торараҡ был темаға яңынан әйләнеп ҡайт ты. Ул «Туҡта, кем килә?» (1935) тигән шиғырҙар йыйынтығы, «Ике дуҫ» (1936), «Нам» (1937) исемле хикәйәләр китабы сығарғайны. Был теманы автор 1940 йылда «Мин Алыҫ Көн сығыштан» тигән хикәйәләр йыйынтығы менән йомғаҡлап ҡуйҙы. Хикәйәләрҙә бер аҙ иҫтәлек һағышы бар. Автор яңыраҡ ҡына үҙе йөрөгән ерҙәрҙе, таныш кешеләрҙе хәтерләй һәм шул ерҙәрҙә булып үткән үҙенә күрә ҡиммәтле ваҡиға-эпизодтарҙы һөйләй. Өҫтәүенә, хикәйәләрҙең барыһы ла беренсе заттан яҙылған. Был үҙе үк форма йәһәтенән дә әҫәрҙәрҙе бер- береһенә яҡынайта.
Хәрби-патриотик тема Ғ. Әмири, Б. Дим ижадтарында ла сағылды. Ғ. Әмири «Йәлил», «Ике мөхәббәт», «Беренсе һике реү», «Август төнөндә» хикәйәләрендә Ҡыҙыл Армияның белем биреүсе, тәрбиәләүсе, кешене үҫтереүсе бер ҙур мәктәп бу лыуын асырға тырыша. Ғөмүмән, хәрби темаға яҙылған хикәйә ләрендә Ғ. Әмири ябай ғына ваҡиғанан да социаль мәғәнә сығарырға ынтыла.
Хәрби-патриотик тема Б. Дим ижадының төп йүнәлешен, йөкмәткеһен хасил итте. Уның «Хәрби хикәйәләр» (1938) тигән китабына ингән әҫәрҙәре бер циклды хәтерләтә. Ундағы хикә йәнән хикәйәгә күсеүсе образдар, ситуация, урын-ер уртаҡ лығы ла тематика һәм идея-проблема берлеген раҫлай. Был — 136