эшлэне. Ғөмүмән, улар үҙҙәрендә башҡорт мәҙәниәтенең ҡайһы тармағына эш күрһәтерҙәй аҙ ғына мөмкинлек, һәләт тойһалар, шул эшкә тотондолар. Шуға ла был төркөм яҙыусыларҙың эшмәкәрлектәре күп яҡлы, ижадтары күп жанрлы булды. Сөнки ул осорҙа башҡорт совет профессиональ әҙәбиәте яңы тыуып килгән кеүек үк, профессиональ мәҙәниәт төҙөлөшө лә яңы башлана ғына ине әле. Ана шуға ла, асылда, ҙур талант лы шағир М. Ғафури прозала ла берҙәй дәрт менән эшләне, башҡорт театры репертуар ҡытлығы кисергәндә драма ла яҙҙы. М. Ғафури шулай уҡ мәҙәниәт, журналистика әлкәләрендә лә хеҙмәт күрһәтте. Д. Юлтый иһә поэзияла ла, прозала ла, дра матургияла ла ҙур уңыш менән эшләне. Театрҙы үҫтереүгә, уны идея-эстетик яҡтан формалаштырыуға, милли-теоретик йәһәт тән нигеҙләүгә ҙур хеҙмәт һалды. Талантлы журналист, үткер публицист булып та танылды. Ләкин егерменсе йылдар аҙағын да, утыҙынсы йылдарҙа инде Д. Юлтыйҙың, нигеҙҙә, прозала һәм драматургияла бирелеберәк эшләүе һиҙелә ине инде. Унда ла ҙур күләмле әҫәрҙәр тыуҙырыуға ынтыла ине. Утыҙынсы йылдарҙа ул шиғыр менән артыҡ мауыҡманы, поэма яҙҙы. Хат та, повесҡа ҡарағанда, уны роман ҡыҙыҡһындырҙы. Драматур гияла ла ҙур форматлы пьесалар ижад итте. Ошо рәүешле үҙ ижадын жанр йәһәтенән аңлы рәүештә тарайтыу уға ҙурыраҡ фекергә нигеҙләнгән һәм халыҡ тормошон, тарих хәрәкәтен киңерәк сағылдырған әҫәрҙәр ижад итеү өсөн кәрәк ине. Был күренеш башҡа күренекле яҙыусылар ижады өсөн дә хас булды.
Әҙәбиәт эсендә ошондай «специалләшеү» процесы, бер яҡтан, һәр әҙип һәм шағирҙың индивидуаль талантына, ижади мөмкинлектәренә нигеҙләнһә, икенсе яҡтан, ул әҙәбиәттең си фат йәһәтенән дә билдәле дәрәжәлә өлгөрөүе, жанрҙарҙың асыҡ төҫ ала барыуы хаҡында һөйләй. Сөнки тап ошо осорҙа тәүге романдар донъя күрҙе. «Оҙон хикәйә» менән повесть, нәҫер менән хикәйә — ғөмүмән, прозаның бөтә жанрҙары араһында сик аныҡлана төштө.
Шулай ҙа утыҙынсы йылдар прозаһының иң ҙур художест во ҡаҙанышы — уның башланғыс осоро өсөн хас булған аңлат малылыҡтан ҡотолоу, объектив хикәйәләү мөмкинлектәренә эйә булыу, персонаж биографияһын һөйләп сығыуҙан — уның эшмәкәрлеген, характерын социаль-психологик планда анализ лауға күсә барыу булды. Утыҙынсы йылдарҙың прозаһы яңы социаль-тарихи, ижтимағи-сәйәси үҙгәрештәрҙе, йәғни социа лизмдың еңеүен сағылдырыуы менән айырылып тора. Тормош 124