Вахитов Ә.X. Башҡорт прозаһының жанр-стиль ҡанундары - 2007. Страница 112.

уйланған проблемаға нигеҙләнеүендә лә күренә. Тимәк, әҫәр композиция яғынан ғына түгел, ә сюжет ойошторолошо яғынан да теүәллеккә, бөтөнлөккә эйә. Сөнки теманың үҫтерелеше асыҡ, ынтылышлы булған кеүек, проблеманың тура һыҙыҡлы­ раҡ үҫтерелеше генә сюжет хәрәкәтендә драматизмдың хикәйәләү процесында тел төбө кеүек үҙенсәлекле художество сараһына иғтибарҙың етмәүе хаҡында һөйләй. Был етешһеҙлек бер «Күҙәй»ҙә генә түгел, «Боролош», «һалдаттар», «Ҡан», «Ҡыҙылгвардеецтәр», «Ҡыҙылармеецтәр» романдарында ла һиҙелә.

Репортажға тартым тура һыҙыҡлы форма, тормош матери­ алының иҫтәлеккә хас бирелеше был әҫәрҙәрҙә хикәйәләүҙең тасуирлылығын, ваҡиғалар ағышының конкрет документал­ леген барлыҡҡа килтерә. Уларҙағы персонаждар грандиоз ваҡиғаларҙың шаһиты рәүешендәрәк хәтергә инә.

«Күҙәй»ҙең әһәмиәте лә шунда: ул башҡорт романының до­ ку менталь-тасуири хроника этабын үтеп, тарихи-революцион роман булып формалаша барыуын нығытҡан әҫәр булды. Унда хроникаль тасуирилыҡты — һүрәтләү, информацион хәбәр итеүҙе яҙыусының художестволы фантазияһы аша үткән хикәйәләү алмаштырыуын күрергә мөмкин.

Тәүге романдар өсөн хикәйәләүҙә айырылғыһыҙ булған субъектив элемент «Күҙәй»ҙә ул тиклем һиҙелмәй. Ул авторҙың тик айырым образдарға мөнәсәбәтендә генә һиҙелеп ҡала. Мәҫәлән, И. Насыри Ҡарабашты тәүҙә үк «кантон» тип кенә түгел, ә «кантон тигәндәре» тип атай. Объектив хикәйәләүҙә әҫәрҙең художество туҡымаһына килеп ингән бындай субъек­ тив элементты үрҙә ҡаралып үтелгән романдарҙағы стиль сыбарлығының ҡалдығы тип ҡарарға мөмкин. Бынан тыш, ав­ тор ыңғай геройҙарҙы (Ғимай Басыров, Тайнов, Нурғәлиев, Мостай) һып-һылыу итеп, гонаһһыҙ, төҫкә-башҡа ла матур, һөйкөмлө итеп һүрәтләй. Ә инде кире образдарҙы (Ҡарабаш, Абдулов, Фазлый, Ирназаров, Зәки Вәлиди һ.б.) карикатура алымдары менән тасуирлай. Уларҙың барыһы ла тиерлек һөйкөмһөҙ портретлы (быжыр, ялтырап торған ҡара сырай, таҡта кеүек йоҡа ҡаты күкрәк һ.б.), боҙоҡ холоҡло кешеләр. Ошо йәһәттән ҡарағанда, һаман да хикәйәләүҙе өҙөп кенә, ту­ лыһынса объектив тип булмай әле. Тарихи ваҡиғаларҙы һәм шәхестәрҙе былай артыҡ субъектив баһалау тәүге романдарҙа бигерәк тә ярылып ята ине. Схематизмға, хикәйәләүҙә бер яҡлылыҡҡа барып тоташыусы был алым башҡорт прозаһы 112

Страницы:

Обложка 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33 34 35 36 37 38 39 40 41 42 43 44 45 46 47 48 49 50 51 52 53 54 55 56 57 58 59 60 61 62 63 64 65 66 67 68 69 70 71 72 73 74 75 76 77 78 79 80 81 82 83 84 85 86 87 88 89 90 91 92 93 94 95 96 97 98 99 100 101 102 103 104 105 106 107 108 109 110 111 112 113 114 115 116 117 118 119 120 121 122 123 124 125 126 127 128 129 130 131 132 133 134 135 136 137 138 139 140 141 142 143 144 145 146 147 148 149 150 151 152 153 154 155 156 157 158 159 160 161 162 163 164 165 166 167 168 169 170 171 172 173 174 175 176 177 178 179 180 181 182 183 184 185 186 187 188 189 190 191 192 193 194 195 196 197 198 199 200 201 202 203 204 205 206 207 208 209 210 211 212 213 214 215 216 217 218 219 220 221 222 223 224 225 226 227 228 229 230 231 232 233 234 235 236 237 238 239 240 241 242 243 244 245 246 247 248 249 250 251 252 253 254 255 256 257 258 259 260 261 262 263 264 265 266 267 268 269 270 271 272 273 274 275 276 277 278 279 280 281 282 283 284 285 286 287 288 289 290 291 292 293 294 295 296 297 298 299 300 301 302 303 304 305 306 307 308 309 310 311 312 313 314 315 316 317 318 319 320 321 322 323 324 325 326 327 328 329 330 331 332 333 334 335 336 337 338 339 340 341 342 343 344 345 346 347 348 349 350 351 352 353 354 355 356 357 358 359 360 361 362 363 364 365 366 367 368 369 370 371 372 373 374 375 376 377 378 379 380 381 382 383 384 385 386 387 388 389 390 391 392 393 394 395 396 397 398 399 400 401 402 403 404 405 406 407 408 409 410 411 412 413 414 415 416 417 418 419 420 421 422 423 424 425 426 427 428 429 430 431 432 433 434 435 436 437 438 439 440 441 442 443 444 445 446 447 448 449 450 451 452 453 454 455 456 457 458 459 460 461 462 463 464 465
Закрыть