Бүлектәрҙең новеллик төҙөлөшө уларҙың һәр береһен нин дәй ҙә булһа күҙгә бәрелеп торған исем менән атау арҡаһында тағы ла асығая төшә. Әммә әҫәрҙең сюжеты, А. Таһировтың «Ҡыҙылгвардеецтәр», «Ҡыҙылармеецтәр» дилогияһына ҡара ғанда, әҙәби-художество яғынан аруҡ эшләнгән, асыҡ булыуы, берлеге һәм бөтөнлөгө менән айырылып тора. Сөнки «Күҙәй»ҙә ваҡиғалар айырым геройҙар (Ғимай Басыров, Тайнов, Абдулов, Ҡарабаш, Ирназаров һ.б.) эшмәкәрлеге рәүешендәрәк күҙ ал дына баҫтырыла. Герой — ваҡиғаларҙың шаһиты ғына түгел, ә шул ваҡиғаларҙың йүнәлешен билдәләүсе, йөкмәткеһенә һиҙелерлек тәьҫир итеүсе. Әҫәрҙәге урын берлеге, тотороҡло лоғо, ваҡыт ағышының үҙенсә шәбәйтелеүе һ.б. уның хикәйәләнеү стиленә үҙенсәлекле шауҡым яһай.
Роман сюжетының икенсе үҙенсәлеге итеп ваҡиғаларҙың тарыраҡ ағышын да күрһәтергә кәрәк. Әгәр А. Таһиров дило гияһында, әйтәйек, А. Фадеевтың «Ҡыйралыш», йә булмаһа А. Серафимовичтың «Тимер ташҡын» романдарындағыса үҙәктә бер отрядтың походтар юлы торһа, «Күҙәй» романының үҙәгендә географик дәүмәле сикләнгән ваҡиғалар — бер кан тонлыҡ эсендәге ваҡиғалар тора. А. Таһиров геройҙары бөтә Ырымбур губернаһы, Башҡортостан буйлап хәрәкәт итә. Шул юлда кемдәр осрай, ниндәй эпизодтар тыуа — шулар барыһы ла роман битенә инеп китә. Ошо арҡала, асылда, ҡыҙыҡлы уйланған сюжет сығанағы (отрядтың поход юлы — өлгөрөү процесы) тейешле эффект менән файҙаланылмай. Әҙәби сюжет тарҡала, автор геройҙарҙың күҙенә нимә салына, шаһит була раҡ, улар нимәгә тап була — барыһын да һүрәтләргә тырыша.
«Күҙәй» романында иһә бындай тарҡаулыҡ артыҡ һиҙел мәй. Автор Күҙәй кантонлығының төҙөлөүе, уның тәүге көндәрендә власты вәлидиселәрҙең ҡулға төшөрөүе, уларҙың халыҡҡа ҡаршы үткәргән сәйәсәтен коммунистарҙың фашлауы һәм күп тә үтмәй Зәки агенттарының халыҡ алдында үҙҙәрен тамам асып һалыуҙары һүрәтләнә. Кантон башында ултырған Ҡарабаш, мулла-комиссар Абдуловтар тарихта «Күҙәй револю цияһы» исеме менән билдәле булған авантюраны башлауҙары, кантком етәкселегендә халыҡтың уларҙы властан ҡыуыуы тасуир ителә. Бына ошо ваҡиғалар әҫәрҙә бик тиҙ булып үтә. Күренеп тора: ваҡиғалар автор тарафынан аңлы рәүештә тиҙләтелгән кеүек. Әммә был осраҡта әҙәби сюжеттың тәьҫир ле булыуының, эффектлылығының сәбәбе лә шунда. Автор ваҡиғалар барышын А. Таһиров әҫәрҙәрендәгесә иҫтәлек-мему- 104