Уны яратыуҙарын, үҙ күреүҙәрен шул бер һүҙ менән аңлатҡан да ҡуйғандар.
Юғарыла килтерелгән куплетҡа кире әйләнеп, тағы шуны билдәләмәй булмай. Мәғлүм булыуынса, М. И. Кутузов француз ғәскәрҙәрен тулыһынса еңеүҙә, йәғни Парижды алыуҙа, ҡатнаша алмаған. Сөнки 1813 йылда Германияла үлеп ҡала. Ә башҡорттар бер ни булмағандай: Француздарҙың яуҙарын Ҡотдос ғәскәрҙәре бөтөргән, — тип йырлаған. Әйтерһең, Парижды уның етәкселегендә генә ҡулға төшөргәндәр. Халыҡ, тарихты белмәгәндән түгел, кире һенсә, ныҡ белгәнгә (сөнки уны үҙе үк ижад иткән) һәм... белә күрә анахронизмға юл ҡуйған, дөрөҫөрәге, уны художестволы алым итеп ҡулланған. Еңеүҙәрҙән еңеүҙәргә рус армияһы Куту зовтың полководецлыҡ таланты арҡаһында ғына ирешеүен, кә рәкле тоналлеккә көйләнгән музыка ҡорамалы һымаҡ, дошман ды, ҡабат баш ҡалҡытмаҫлыҡ итеп, тар-мар итеүгә ғәскәрен өйрәтеп бөткәс кенә, яҡты донъя менән хушлашыуын, шуға күрә лә рухы менән һәр еңеүҙә уның ҡатнашлығы булыуын халыҡ таныған. Бына ни өсөн «Француздарҙың яуҙарын Ҡотдос ғәскәр ҙәре бөтөргән» икән. Бына нисек анахронизм художестволы алым ролен үтәй икән дә, тулыһынса аҡлана икән. Кутузов иҫән саҡта уның яугирҙары, Наполеон Мәскәүҙе алғас, беҙҙең Баш командующий мотлаҡ Парижды алырға тейеш тип, хыял иткән, әлбитгә. Кутузовтың үлеүенә бер йыл үтеп китһә лә, шул хыял онотолмаған. Һуңлап булһа ла, йырға килеп ингән. Бына шул да анахронизмдың аҡланыуына булышҡан.
Анахронизм тигәндән. Йырҙың Дауыт Юлтый баҫтырған версияһының тарихын асыҡлаусы риүәйәттә лә, ҡарамаҡҡа хәҡиҡәткә тап килмәгән етешһеҙлек булһа ла, художестволы яҡтан ҡарағанда, ул үҙ урынында. Унда әйтелеүенсә, рус ғәскәре Парижға барып ингәс, йәнәһе, Наполеон башҡорттарҙың уҡ- һаҙағы менән ҡыҙыҡһына. Уның үтенесе буйынса, башҡорт яугиры атҡан уҡ сиркәү манараһына ҡаҙала ла, шунда тороп ҡала була1. Был хәл әлегәсә документаль яҡтан раҫланғаны юҡ. Күрәһең, йыр тарихын аңлатыусы риүәйәтте теркәүсе Герма ния төпкөлөндә булған ваҡиғаны күрәләтә Парижға күсергән. Парижда үткән Еңеүселәр парадынан һуң Тыуған илгә ҡайтып килешләй, башҡорт ғәскәрҙәре Германияның Веймар ҡалаһынан 1 Юлтый Д. Хикәйәләр, пьесалар, мәҡәләләр. — Өфө, 1984. — 322-се б.
100