Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 98.

кемдер тарафынан аҡ ҡағыҙға теркәлеүен дәлилләй. Бына ул иҫтәлек-тарих: «...Беҙ Парижға иң элек барып керҙек. Беҙ кер­ гәс, Наполеон үҙе бер ҡарарға килде. Уның күҙҙәре, беҙҙән бигерәк, беҙҙең уҡтарға төштө. Уҡтарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң: «Йәгеҙ, берәрегеҙ уғығыҙ менән атып ҡарағыҙ», — тине. Ара­ быҙҙан берәү сыҡты ла, йәйәһен киреп тартып, һаҙаҡ-уғын атып ебәрҙе. Ул уҡ ҡаршыла торған сиркәүҙең тап манараһына барып ҡаҙалды. Барып ҡараһалар, һаҙаҡ, манараның ҡалын тимерен тишеп, ярты аршин самаһы ташҡа кереп ултырғайны. Ул уҡты кире алманылар, һаман шунда тороп ҡалды»1.

С. Төхфәтуллиндан алынған күсеректәге бер һөйләмдән тор­ ған йыр тарихы менән сағыштырғанда, быныһының йәйелә биреп бәйән итеүгә ҡоролоуы «ул йырҙың варианты ла үҙ зама­ нында дүрт куплет менән генә сикләнмәгәндер» тигән фара­ зыбыҙҙы ҡеүәтләгәндәй итә.

Фаразыбыҙҙың дөрөҫ йүнәлеш алыуын шул да ҡеүәтләй. Йырҙың 1938 йылда «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре Мәжит Буранғоловтан яҙып алынған вариантында Н. К. Дмитриев менән Дауыт Юлтыйҙың яҙмаларында булмаған дүрт юллыҡ бар: Атлы ғәскәр сыға күперҙән, Сығыр еркәйҙәре һүтелгән.

Француздарҙың яуҙарын Ҡотдос ғәскәрҙәре бөтөргән2.

Ошо бер куплет арҡаһында, йырҙың йөкмәткеһе байыған. Берҙән, һуғыш ҡырындағы ҡаршылыҡ тураһындағы төшөнсә, һүтелгән тимер күпер образы аша бирелгән. Күпер һүтелһә лә, унан сығыу юлын таба Ҡотдос ғәскәре. Тимәк, уның өсөн ҡаршылыҡтар кәртә була алмаған. Йырҙы ижад итеүселәр бына ни әйтергә теләгән һүтелгән тимер күпер образы ярҙамында. Былар барыһы ла атлы ғәскәр яугирының күрмеше (видениеһы) аша бирелә. Икенсенән, Рус армияһы полководецы фельдмар­ шал М. И. Кутузовтың исемен, бына шулай башҡортлаштырып, бушҡа ғына Ҡотдос тип атамаған яугир бабаларыбыҙ. Шуның менән улар, «Любизар» йырының тарихын аңлатҡан риүәйәттә әйтелеүенсә: «Любезные вы мои башкирцы, молодцы!» — тип, үҙҙәрен алғышлаған бөйөк ошо сәрдәр алғышына: «Любезный наш полководец!» — тигән кеүегерәк алғыш әйтеп тормаған.

1 Шунда уҡ. — 322-се б.

2 БХИ / Төҙ., мөхәрр., инеш мәҡәлә һәм аңлатмалар биреүсе Ә. И. Хари­ сов. — Өфө: Башҡортостан кит. нәшр., 1954. 1-се том. — 162-се б.

99
Закрыть