Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 96.

Аңлашылалыр ки, Төхфәтуллиндың тексына ҡарағанда, һуң­ ғыһында төшөнсәләрҙе дөйөмләштереүгә йөҙ тотоу күҙәтелә. Әйтерһең дә: а) тәүгеһе өсөн башҡорттар менгән аттың яҡшы булыуы, икенсеһе өсөн — уларҙың йәйәү түгел, һыбай һуғышыуы мөһим; б) тәүгеһендә француз «пулклары»ның күплегенә баҫым яһалһа, икенсеһендә һан-иҫәп телгә алынмай, шул арҡала төп иғтибар уларҙың туптарының тынып ҡалыуына ғына йүнәлтелә; в) тәүгеһе француздарҙың ҡапҡаһының үтә лә ныҡ булыуын әйтеп, уны асыр өсөн, беҙҙекеләргә мең бәлә күрергә тура киле­ үен төшөндөрөргә теләһә, икенсеһе ҡапҡаны телгә алыу менән генә сикләнгән, ә уның сифаты хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ.

Мәғлүмдер ки: иҫкәрмәһеҙ бер ҡағиҙә лә, бер ҡанун да булмай. Иғтибар итегеҙ: бында ла системанан шуға оҡшаш бер тайпылыш күҙәтелә. Йырҙың тәүге тексы ун ике башҡорттоң мең кешелек ғәскәрҙе ҡырып һалыуын хәбәр итһә, икенсеһе: «Улар «бөтөргән» дошмандың һаны күберәк ине!» — тип, был раҫлау менән бәхәскә ингәндәй итә. һәм шул меңде бер нисәгә ҡабатлағандан килеп сыҡҡан «нисә мең» тигән ҡабатландыҡты әйтеп, шул уҡ ун ике башҡортто тағы ла батырыраҡ, тағы ла отҡорораҡ итеп күҙ алдына килтертеүгә өлгәшә.

Был йырҙың данлы Әйле ҡәбиләһенең Мырҙалар ырыуы төбәгендә яҙып алыныуы ла осраҡлы хәл булмаған, күрәһең. Билдәле булыуынса, тап шул төбәктә тыуып, тап шул Мәхмүтте лә, Монай-Арҡауылды ла (дөрөҫөрәге, тәүҙә Арҡауылды, аҙаҡ Мәхмүтте) Байыҡ Айҙар атлы мәшһүр сәсән (йәғни Байыҡ сәсән Әбләев, 1734— 1815) төйәк иткән. Француз яуын үткән уның улы ла шунда йәшәгән. Тарихи сығанаҡ буйынса, уның исем-шәрифе Әхтәм1 булһа ла, фольклорҙа ул Әхмәт Байыҡ булараҡ мәғлүм.

Әхмәт-Әхтәм дә, атаһына оҡшап, сәсән булған. Ихтимал, әле һүҙ барған йырҙы сығарғас, уны ҡуйын дәфтәренә яҙып ҡуй­ ғандар. Үҙе яҙмаһа, аҙаҡ икенсе берәү уны теүәл үк аҡ ҡағыҙға теркәгәндер ҙә, кемелер унан күсерек яһағандыр, кемелер шул күсеректән яңы күсерек йә күсерек буйынса йырлағанды, хәте­ ре буйынса яҙып ҡуйғандыр һәм, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, ике текста айырмалыҡтар хасил булғандыр.

Ошо урында күренекле музыка белгесе Лев Лебединскийҙың зарланғаны хәтергә килә. 1937 йылда башҡорт халыҡ йырҙары өҫтөндә тикшереү алып барғанында, ул бик интегә. Сөнки 1 Әсфәндиәров Ә. 3. Олатайҙарҙың бар тарихы. — Өфө: Китап, 1996; Юлтый Д. Хикәйәләр, пьесалар, мәҡәләләр. Өфө: Башҡортостан кит. нәшр., 1984. 305 — 327-се бб.

97
Закрыть