Италияның баш ҡалаһы Римда башҡорт һәм итальян телендә баҫылып сыҡҡан. Баҫманы Н. К. Дмитриев әҙерләгән булған. Исемен әйтеп тә тормай ғына, «бер шиғыр өҙөгө»н телгә алғанда, Әхмәтзәки Вәлиди тап ошо йырҙы күҙ уңында тотҡан, әлбиттә.
Дмитриев тапҡан ҡулъяҙмала бер генә һөйләм менән йырҙың тарихына ҡағылышлы мәғлүмәт тә теркәлгән булған. Унда башҡорттарҙың Парижға инеү йылы, айы менән яҙылып та, аҙаҡ ул һандар танымаҫлыҡ хәлгә килгән булған. Һәр хәлдә, йыр тарихы тексында улар урынына Дмитриев күп нөктәләр ҡуйған: «...-нче йылда, ... айда башҡорт ҡаһарманлары тарафындан француз батшаһының Париж ҡаласы алынған суң, башҡорт батырҙары чығарған жырлары. Шул уҡ һугышта жырланған бәғзе бер жырлары»1. Йырҙың тарихындағы «бәғзе бер жыр лары» тигән һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ. Ошо һүҙҙәрҙең килтере- леүенә ҡарағанда, яуҙа йөрөп, «Любизар» йырында әйтелгәнсә, бабаларыбыҙҙың оло ғорурлыҡ һәм ҡәнәғәтләнеү тойғоһо ме нән: «Французҡайларның мең ғәскәрен... бөтөргән» ун ике баш ҡорт егетенең батырлығы, «Батыр башҡорттар ҙа килә, тигәс», 1814 йылда Париж батшаһының баш һалыуы хаҡында әйтелеүен дә иҫтә тотҡанда, ҡасандыр был йырҙың әле килтерелгән дүрт куплет менән генә сикләнмәгән булыуына еңел төшөнөргә мөмкин.
1929 йылғы экспедиция ваҡытында Н. К. Дмитриев Мәхмүт ауылында (хәҙерге Салауат районы) әлеге йырға тағы юлыға. Быныһын ул Ә. Әхмәтовтан ишетә. Үкенескә ҡаршы, был уҙа мандың да варианты ҡыҫҡа. Асылда, ул С. Төхфәтуллиндың вариантын ҡабатлай. Куплеттарының һаны ла бер үк2. Айырма ҡайһы бер һүҙҙәргә генә ҡайтып ҡала. Үҙегеҙ сағыштыра ала һығыҙ: 1-се куплеттың өсөнсө юлы — «Ат өҫтөнә мнуб сүнке тотоп»; 2-сеһенең беренсе юлы — «Французҡайларның, ай, пулк- лары»; 3-сөһөнөң өсөнсө юлы — «Французҡайларның ничә мең ғәскәрен»; 4-сеһенең беренсе юлы — «Французҡайларның, ай, ҡапҡасы», өсөнсө юлы — «Батыр башҡорт килә», тигәс, дүртенсеһе — «Башын салды бит аның бадишасы».
1 Dmitriev N. К. Canzone dei Bashgiri suba campagna contro Napoleone in Francianel 1814 //О тд. оттиск из "RivistadegfiStudiOrintal". — Roma, 1934.— Т. XIV. - C. 32-ce 6.
2 Dmitriev N. K. Canzone dei Bashgiri... — C. 34.
96