Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 93.

Беҙ тәүәккәлләнек, башты Хоҙаға тапшырып, Ни ғәжәп, юлдаш булһа беҙгә күктәге фәрештәләру.

Сығатай телендә яҙылған мөнәжәткә тартым был шиғырҙың күләме күпме булғандыр, уныһы беҙгә мәғлүм түгел. Был урында шуны билдәләү мөһим: Ә.-З. Вәлидиҙең хәтерендә ҡалған ошо бер генә куплет та Гетены күреп, уның менән әңгәмә ҡорорлоҡ мәғлүмәтле кеше башҡорт ғәскәрендә берәү генә булмаған, әлбиттә, һәм был — икенсе факт. Фекерҙе дауам итеп, улар ара­ һында шул Яҡшығол Ейәнсура улы ише көнсығыш поэзияһына эйәреп ижад итеүселәргә лә урын табылған, тип һығымталарға була. «Рус-француз һуғышы бәйете», «Француз яуы бәйете», «Француз бәйете», «Кутуз бәйете» кеүек әҫәрҙәрҙә ғәрәп, фарсы һүҙҙәре ҡулланылыуы ла, тәүгеһендә «Был бәйетте яҙған саҡта, ҡәләмдәр ҡамыш ине», — тип әйтелеүе лә, йәғни уларҙың уҡымышлы кеше тарафынан ижад ителеүе лә, әле әйтелгәнде ҡеүәтләй. «Дәүләкән» риүәйәтендәге «Дәүләкән ҡарттың икенсе улы Сәфәр, уның улы Дәүләтсура... 1812 йылғы һуғышта ҡат­ нашҡан. Ул бик белемле сәсән, башҡорттарҙы яҡлаусы, халыҡ араһында абруйлы шәхес була. Рәсәй закондарын белгән, хәрби кадет корпусын бөткән»2 тигән мәғлүмәт тә — иш янына ҡуш. «Уларҙың ижадында бына шулай дини фольклорға хас мөнәжәт мотивтары килеп инеүенә лә ғәжәпләнәһе түгел. Уралдан алып тотош Европаны ат өҫтөндә үткән ундай таланттарҙа һуғыш тамамланғас та, һәр саҡ аҙым һайын хәүеф һағалап торған сит- ят ерҙә яҙмышҡа баш һалып, шундай бойоҡ ноталы шиғыр ижад итеүҙәре лә бик тәбиғи. Ундай әҫәрҙәрҙең ғәрәп, фарсы һүҙҙәре, Хаҡ Тәғәләгә һығыныу, ялбарыу мотивтары менән «биҙәлеүе» уларҙы башлап ижад итеүселәрҙең «китап ене ҡағылған», исламса фекерләп, ҡәләм тибрәтеүсе диндар кешеләр булыуы тураһында һөйләй. Үҙҙәренең кейем-һалымы, ҡоралланышы, менгән аттары, йөҙө һәм буй-һыны менән Көнбайыш халыҡ­ тарының иғтибарына юлыҡҡан башҡорттарҙың ислам динен тотоуы, уларҙың араһында ошо йәһәттән уҡымышлы һәм үҙҙәре ҡәләм тибрәтергә маһир әһелдәре булыуы хаҡында Гете яҡшы уҡ хәбәрҙар булғандыр, моғайын. Ә ул, мәғлүм булыуынса, «Ҡөрьән Кәрим» менән танышып, ислам тәғлимәтен өйрәнгән. Башҡорт полководецын ҡабул итеүенә шул да сәбәпсе булғандыр, моғайын. Был осрашыуға ҡайһы яҡ инициатива күрһәткән, 1 Вәлиди Ә. Башҡорттар тарихы. — 175 — 176-сы бб.

2 Дәүләкән ынйылары / төҙ. А. М. Хәкимйәнова, P. Ғ. Мөхәмәтғәлин; яуаплы мөхәрр. Ф. А. Нәҙершина. — Өфө, 2008. — 284-се б.

94
Закрыть