Хәҙер инде Гетеның башҡорт полководецы менән осрашыуы хаҡында белмәгән башҡорт әҙҙер. Ул башҡорттоң был бөйөк шағир һәм аҡыл эйәһенә яу йәйәһе менән уҡтар бүләк итеүен, немец шағиры был бүләк менән таныш-тоношо алдында маҡ танырға яратыуын күптәр белә. Былар хаҡында заманында тап шул Германияла фән докторы булып киткән, күпмелер дәүер шунда уҡытҡан Әхмәтзәки Вәлиди ҙә, үҙебеҙҙең тарихсы заман дашыбыҙ, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге премия лауреаты Әнүәр Әсфәндиәров та яҙғаны бар1. Ә бына Гетеның ябырылып килгән рус ғәскәре эсенән тик башҡорт полководецын ғына ҡабул итеүен ишетеүсе булғанмылыр, юҡмылыр — уныһын бер Хоҙай үҙе генә белә. Беҙҙең уны, халҡыбыҙ, үҙенең хыялында булһа ла, генерал итеп күргән Ҡаһым түрә тип белгебеҙ килә, әлбиттә.
Әхмәтзәки Вәлидиҙең китабында беҙҙең темаға туранан-тура ҡағылышлы ике факт телгә алына. Беренсеһе, «Парижда баш ҡорт ғәскәрҙәре күп батырлыҡ күрһәтә, Рәсәйҙең Баш коман дующийы йөҙәрләгән башҡорт офицеры һәм һалдаттарына «Парижды алған өсөн» тип яҙылған миҙалдар тапшыра.
Француз шағирҙары һәм яҙыусылары, бәғзе рәссамдар «төньяҡ амурҙары» хаҡында әҫәрҙәр ижад иткән кеүек үк, башҡорттар үҙҙәре лә был поход хаҡында иҫтәлектәр һаҡлаған. Яҡшығол Ейәнсура улы заманы өсөн бик тә мәғлүмәтле кеше булған. Иленә яҙған бер хатына ҡарағанда, һуғыш ваҡиғаларын әүҙем күҙәтеп, кәрәк саҡта шул хаҡта иҫтәлектәр яҙғылап барғанға оҡшай. Бына ни тип яҙған үҙенең хатында (үкенескә ҡаршы, төп нөсхәһе беҙгә мәғлүм түгел): «Всей армией пришедши в город Варшаву и после одной недели остановления, от главного началь ника армии нам приказ был: за французами гнаться до Парижа»2.
Уның башҡорт ғәскәре имамы Муса тархан Көсөк улына Парижда яҙған шиғри юлдары ҡалған: Аһ, дәриға бизни илибизден джуда ҡылың фелек, Айланыб баш кайт дейүб һәр көндә йөз мең ғам йемек.
Без тевеккел әйләдүк башны Худайға тапшырыб, Не ажеб болса бизге һефт-и асмандин мене».
(Ах, тип уфтандырыр өсөн, беҙҙе илдән айырҙың, яҙмыш, Әйләнеп баш ҡайтһын тип, һәр көн йөҙ мең ғәм йотабыҙ.
1 Вәлиди Ә. Башҡорттар тарихы /Әмир Юлдашбаев тәрж. — Өфө: Китап, 2005. — 175-се б.; Әсфәндиәров Ә. 3. Олатайҙарҙың бар тарихы. — Өфө: Китап, 1996.128-се б.
2Асфатуллин С. Заграничный поход башкирских полков... — С. 82.
93