Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 91.

кенә ҡалмайынса, уларҙы ишәйтеүсе итеп бөтә башҡорт ғәс­ кәрҙәренә Баш командующий итеп күрһәтергә теләүҙән килә. Шулай булғас, хәрби дәрәжә буйынса Ҡаһымды Салауаттан өҫтөн итеп күрһәтеү хаҡында ниндәй һүҙ булырға мөмкин? Шулай тип уйларға урын бар. Сөнки Салауатҡа Пугачев, йәғни Петр III тигән халыҡ батшаһы үҙе бирә юғары хәрби дәрәжәне. Әммә тарихҡа шул мәғлүм: Пугачев — үҙен-үҙе Петр III батша тип иғлан итә, икенсе төрлө әйткәндә, ул рәсми батша түгел. Шуға күрә лә Пугачевты Петр III тип таныу ҙа хыял әлкәһенән ҡарай. Тимәк, Ҡаһым түрәнең генераллығы кеүек үк, уның Салауатҡа бригадир дәрәжәһе биреүе лә хыял әлкәһенән кил­ гән. Йәғни, ҡайһы яҡтан яҡын килмә, халыҡ Салауат менән Ҡаһым йөҙөндәге үҙҙәренең батыр улдарын дәрәжә йәһәтенән тиңләштереп, хыялда яңы быуын батырын әҙ генә алғараҡ ҡуй­ ған. Тарихи дөрөҫлөк менән хыял дөрөҫлөгө ҡапма-ҡаршылығы аша художестволы дөрөҫлөк раҫлана: заман башҡа — заң башҡа, тип халыҡ үҙенең лидерын хыялда булһа ла, күтәргән икән, бынан кемгә зыян. Тимәк, абруйлы лидерға мохтажлыҡ кисере- үен, халыҡ ул юл менән булһа ла, компенсациялаған.

15. Бер йырҙың яҙмышы Яңы ғына власть башына килгән М. Горбачев, компьюте­ ризация, компьютеризация, тине лә ҡаңғырҙы. Үҙе лә ҡаңғырҙы, илде лә ҡаңғыртты. Беҙҙә һәр саҡ шулай бит инде. Ил башлығы: «Һайт!» — тинеме, беҙ, дәррәү рәүештә: «Тайт!» Был юлы ла шулай булды. Бөтә юғары уҡыу йорттарының уҡытыусыларын, эпггәренән айырып, илдең әйҙәүсе вуздарына өсәр айға компью­ тер өйрәнеү курстарына ебәрҙеләр. Мине МДУ-ға ебәрҙеләр. Шунда миңә алыҫ Львовтан килгән немец теле белгесе менән танышыу форсаты тейгәйне. Ул профессорҙың исем-атын, үке­ нескә ҡаршы, хәҙер онотҡанмын. Иллә-мәгәр шуныһы хәтерҙә ҡалған. Минең башҡорт икәнемде белеп алғас, был: — Ә һин Веймарҙа бер башҡорт полководецының Гете менән осрашҡанын беләһеңме? — тип һорай ҡуйҙы. Был хаҡта сала- сарпы ишеткән бар ине.

— Ишетә биргәйнем, — тинем.

— Ә һин беләһеңме, француздар көнсығышҡа поход яһа­ ғанда, Гете тик Наполеонды ғына ҡабул иткән. Шуның өсөн эҙәрләүҙәргә дусар булған. Рустар, француздарҙы эҙәрләй-эҙәр- ләй, көнбайышҡа үтешләй, уларҙың комсоставынан тик баш­ ҡорт полководецын ғына ҡабул иткән, — тигәйне.

92
Закрыть