Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 90.

Ҡара ғына урман, ҡараңғы төн, Йәшен генә йәшнәй ялтырап.

Салауат та батыр йыр йырлаһа, Дошмандары тора ҡалтырап.

Ғилми күҙлектән ҡарағанда, ошо ғына сағыштырыуҙан да бер һығымтаға килеүе ҡыйын түгел: ике замандың ике батырында уртаҡ сифаттар табыу, ҡул аҫтындағы көрәштәштәрен уларҙың, фарман менән генә түгел, күңелдәрен күреү, уртаҡ тел табыу ярҙамында яуға әйҙәй белеү сәнғәте тәңгәлендә лә ҡаһарманлыҡ традицияларының күсәгилешенә ишара яһалыуын һиҙмәү мөм­ кин түгел1. Ни тимә, халыҡ был осраҡта ла «аңлағанға — ишара» принцибы буйынса эш иткән. Фольклорыбыҙҙың 1812 йылғы Ватан һуғышы темаһына ҡағылышлы әҫәрҙәренең барыһын да күҙҙән кисергәндә, ул ишараға төшөнөүе, ғөмүмән, ҡыйын түгел. Бер генә миҫал. Башҡорт атлыларын яуға оҙатҡанда, «Икенсе әрме» риүәйәтендә әйтелеүенсә, сәсәндәр Урал батыр, Ҡара һаҡал, Салауаттарҙың «батыр булып, дан сәсеп, дошманын ҡуйҙай ҡырғанын» иҫтә тоторға, тимәк, халҡыбыҙҙың боронғо ҡаһарманлыҡ традицияһын дауам итергә, ишәйтергә саҡыра. Был әйтелгәндәр Ҡаһым түрәгә туранан-тура ҡағыла. Шуныһы ла мөһим. Бригадир дәрәжәһен Салауатҡа — халыҡ батшаһы Пугачев, Ҡаһым түрәгә генерал-майорлыҡты Кутузов үлгәндән һуң рус армияһы менән командалыҡ итеүсе, Парижды алыуҙы ойошторған һәм Еңеүселәр парадында башҡорт ғәскәрҙәрен иң алдан үткәргән, Европа аша үткәнсе Рәсәйҙә демократик үҙгәрештәргә мохтажлыҡ булыуына төшөнә башлаған, аҙаҡ хат­ та декабристарға теләктәшлеккә килгән Александр батша бирә, була. Батша баһаһы иһә «батшасылыҡ» («царистик») ҡарашта булған ябай халыҡ өсөн — иң юғары баһа иҫәпләнгән. Ә инде риүәйәтте ижад итеүселәрҙең хәрби дәрәжәһе буйынса Ҡаһым түрәне, йырҙан айырмалы рәүештә, Салауаттың дәрәжәһенән юғары дәрәжәле итеп күҙ алдына килтереүҙәре (бригадир — 1722—1799 йылдарҙа рус армияһында ғәмәлдә булған хәрби дәрәжә. Ул полковниктан бер баҫҡысҡа юғарыраҡ, генерал-ма­ йорҙан бер баҫҡысҡа түбәнерәк булған) өмөт һәм хыял хаҡына халыҡтың тарихи факт менән иҫәпләшмәүен сағылдыра. Ә ул өмөт һәм хыял яңы заман ҡаһарманын, тап ана шул боронғо батырҙарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ традицияларын дауам итеп 1 Беҙгә шулай уҡ нуғай мырҙалары менән алышҡан Ҡобағош бейҙең сәсән булыуы мәғлүм. Нуғай мырҙалары менән алышҡанда, ул да үҙенең ярандарын йыры, ҡобайыры менән яуға әйҙәр булған.

91
Закрыть