Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 89.

бары егерме генә йәш булған («Егерме лә йәштә Ҡаһым түрә, вай кем, Командаһын көн дә биш урай»).

Хатта хәрби дәрәжәһе буйынса ла Ҡаһым түрәне Салауатҡа яҡынайтырға, дөрөҫөрәге, ошо тәңгәлдә лә уға тиңләштерергә тырышҡан халыҡ: Аҡ ҡуянҡайҙарҙың балаһы, Ҡолаҡ осҡайында ҡараһы.

Болғадир булған, һай, Салауат Егерме лә ике йәшендә.

«Салауат» йыры шулай ти. Уны ишеткән һайын, «Ҡаһым түрә» йырындағы: Көмөш кенә һаплы, ай, еҙ ҡылыс, вай кем, Полковникҡай Ҡаһымдың билендә, — тигән һүҙҙәр һәм шул уҡ исемдәге риүәйәттә Александр батша­ ның уға: «Мин һине генерал-майор итәм», — тигәне хәтергә килә. Бушҡа түгел был. Сөнки махсус рәүештәме, интуиция буйын- самы, һәр заман үҙ батырының булмышын һәм булдыҡлылығын уға тиклем тарихта эҙ ҡалдырған шәхестәренең сифаттары менән сағыштырып, улар араһында оҡшашлыҡ һәм уртаҡлыҡ табырға тырышҡан. Йә булмаһа, үткән заман ҡаһармандарының булмышы һәм булдыҡлылығын эталон кеүек итеп алып, яңы быуын ҡаһарманын шул күҙлектән баһалаған. Бындай саҡта тәүгеһенең сифаттарына һуңғыһы эйә булмаһа, уларҙы ошо тәң­ гәлдә тигеҙләргә тырышҡандар. Күрәһегеҙ бит, Салауат үҙенең ғәскәрен йыры менән әйҙәй, Ҡаһым — ҡурайы менән. Күмәк менән командалыҡ иткәндәрендә, йәш яғынан да уларҙы тиңдә- шерәк итеп күрһәтеү ҙә шул оҡшашлыҡ һәм уртаҡлыҡты көсәй­ теү файҙаһына махсус һайлап алынған алым кеүек ҡабул ителә.

Тағы бер миҫалға иғтибар иттерге килә: Аҡ балыҡтай уйнай, һор юрғаһы, вай кем, Кө м ө ш лө эйәр күренә ялтырап.

Ҡаһым түрә яуап алған саҡта, вай кем, Француз майор тора ҡалтырап.

«Ҡаһым түрә» йырынан алынған был һүҙҙәргә лә Салауат хаҡындағы йырҙа ауаздаш куплет бар: 90
Закрыть