торолған. Ватан һуғышы ваҡытында шуларҙың береһе менән ул етәкселек иткән тигән фекер бар1. Һуңғы мәғлүмәтте йыр ҙа дөрөҫләй. XX быуаттың 30-сы йылдарында Бөрйән районы Әтек ауылы Айытҡол Баймөхәмәтов менән Сәйфулла Ишдәүләтов- тарҙан яҙып алынған вариантта шундай һүҙҙәр бар: Ҡаһым түрә менгән һор юрғаҡай, вай кем, Тояҡтары ҡупҡан — баҫа алмай.
Биш йөҙ кеше ҡарап, өнһөҙ ҡалған, вай кем, Ҡайғырышып, ҡәбер ҡаҙалмай.
Бында һүҙ Ҡаһым түрәгә ҡәбер ҡаҙыу хаҡында бара. Ҡәбер ҡаҙа алмай, илашҡан кешеләрҙең биш йөҙ булыуы беҙгә текста әйтелмәгән ике мәғлүмәтте асыҡларға булыша. Мәғлүм булы уынса, башҡорттоң атлы полкы биш йөҙ атлы һуғышсынан торған. Тимәк, был йырҙан Ҡаһымдың полк командиры булыуын тоҫмаллай алабыҙ, Быныһы — бер булһа, икенсенән, ошо тиклем кешенең ҡәбер ҡаҙа алмай, илашып тороуы командирын юғалт ҡан яугирҙарҙың уның үлемен ифрат ауыр кисереүен билдә ләргә мөмкинлек бирә. Ә бынан командир менән уның яугирҙары араһындағы мөнәсәбәттең туғандарса демократик булыуын аң ларға була. Был һығымтаны йыр ҙа ҡеүәтләй.
Ҡаһым түрә менгән һор юрғаның, вай кем, Маңлайында булыр урайы.
Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта, вай кем, Һул ҡулында булыр ҡурайы.
Тимәк, Ҡаһым түрә үҙенең яугирҙары менән рәсми телдә генә түгел, Салауат Юлаев һымаҡ уҡ, уларҙың күңелен арбау юлы менән дә идара иткән. «Салауат» йырында был темаға ҡағылышлы бына ни тиелә: Салауаттың менгән кир аты Батыр ғәскәрҙәргә юл башлай.
Кир ат өҫтөндәге Салауат Яуға дәртләндереп йыр башлай.
Әгәр ҙә мәгәр «Ҡаһым түрә» йырындағы һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ булһа, полк менән командалыҡ иткәнендә, Ҡаһым түрәгә ни 1 Әсфәндиәров Ә. 3. Олатайҙарҙың бар тарихы.— Өфө: Китап, 1996. 132— 136-сы бб.; Башҡорт халыҡ ижады. 2-се том: риүәйәттәр һәм легенда лар. — 240 —243-сө, 408 —410-сы бб.
89