14. Гомерг Аҡмулла һәм Салауат менән Ҡаһым түрә Мәғлүмдер ки, әгәр ҙә һүҙ берәй күренекле шәхес хаҡында барһа, риүәйәтселәр уны мотлаҡ үҙҙәренең яғының кешеһе итеп күрһәтергә, үҙҙәрен уның нәҫеле итеп танытырға, һис тә булмаһа, мотлаҡ уның исемен үҙҙәренең яғындағы ер-һыу ата малары менән бәйләргә тырышыусандар. Шуның классик өлгө һөн гректар күрһәткән: уларҙың Смирна, Хиос, Колофон, Саламин, Родос, Аргос, Афина ише төрлө ҡалалары һәм ҡала- дәүләттәре, һуҡыр сәсән Гомер тик беҙҙеке генә, тип, үҙ-ара быуаттар буйы бәхәсләшкән. Шуның кеүек Саҙретдин Айниҙы тажиктар ҙа, үзбәктәр ҙә үҙенеке тип белә, Саят-Нованы әрмән дәр — әрмән тип, әзербайжандар — әзербайжан тип, грузиндар грузин тип таный1. Мулла Мифтахетдин бин Камалетдин бин Ишмөхәмәт әл-Башҡордины, йәғни хәҙер Мифтахетдин Аҡмул ла исеме менән мәғлүм мәғрифәтсе шағирҙы, бөгөн булһын, башҡорт та, татар ҙа, ҡаҙаҡ та үҙенеке иҫәпләй. Шуның кеүек Салауат Юлаевтың исемен дә риүәйәтселәр үҙ төбәге менән бәйләргә тырышҡан. Ишембай районының Маҡар тигән ауы лынан алыҫ түгел бер мәмерйәне халыҡ Салауат мәмерйәһе тип атаған. Салауат был яҡҡа ғүмерҙә лә аяҡ баҫмаған. Тик Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ғына ошондағы киң туғайҙа «Салауат Юлаев» тигән художестволы фильмдың ҡайһы бер эпизодтары төшөрөлгән. Мәмерйә шул ваҡыттан алып Салауат исемен йөрөтә. (Әйткәндәй, фильмға ла уның бер ниндәй ҡыҫылышы юҡ.) Ауырғазы районы Мораҙым ауылы эргәһендәге мәмерйәлә Салауат булып киткән тигән риүәйәт хаҡында ла пгуны уҡ әй тергә була. Ҡыҫҡаһы, ошо традиция «Ҡаһым түрә» риүәйәтенең версияларына ла хас. Ғәйнә башҡорттары яғына барһаң, Ҡаһым түрә беҙҙеке ул, тигәнде ишетергә була. Ҡурған яҡтарында йә шәүсе Ялан-Ҡатай ырыуы башҡортгарынса, Ҡаһым түрә — улар ҙың ҡәрҙәше, Силәбе әлкәһендә тороп ҡалған ҡәрҙәштәребеҙсе, ул ошо яҡтың башҡорто булған.
Тарихсыбыҙ Әнүәр Әсфәндиәровтың тырышлығы менән Ҡаһым түрәнең сығышы хәҙер документаль яҡтан раҫланды. Ҡаһым хәҙерге Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылы Мырҙаш Туйсин тигән уҙамандың улы булған. Ҡаһымдың үҙ улының исеме Хәбибулла, ейәне Йәноҙаҡ тип табалар. 2-се, 12-се, 13-сө башҡорт полктары Ҡаһым Мырҙашевтың тыуған яғында ойош 1 Миннуллин К. «Сүз чыгар шагыйрьләрдән хикмәт берлән...» / / Акмулла һәм хәҙерге заман (Акмулла и современность). — Казан, 2007. — 5-нче б.
88