Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 86.

Кутузовтың уңышлы һөжүмдәре хаҡында һүҙ алып барғанда, дошмандар мал көтөүе менән сағыштырыла: Полководец батыр ир Кутузов Уттар, һыуҙар кисте, ҡурҡманы.

Ҡ ушымта: Полководец, һай, Кутузов — Батыр ир икән, Һай, баһадир ир икән.

Наполеондың баҫҡынсы яуҙарын Көтөү кеүек, әйҙәп туҡманы.

Был куплеттың һуңғы юлы «Салауат» йырындағы: Әй, әйҙәне лә әйҙәне, Әй буйына төшөп, йәйләне.

Салауат та тигән, ай, батыр ир Дошман яуын ҡуйҙай әйҙәне, — тигән куплетты хәтерләтә. Бәлки, йырҙы ижад итеүселәр, ысын­ лап та, ошо әҙер йырҙы өлгө итеп алып, пгуны Кутузов образына яраҡлаштырғандарҙыр. Бәлки, бындай ауаздашлыҡҡа үҙаллы өлгәшкәндәрҙер, йәғни ул ауаздашлыҡ типологик оҡшашлыҡтан ғына ғибәрәттер. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең өсөн шуныһы мөһим. Рус армияһы командующийы образын тыуҙырғандар. Был миҫалды Рәсәй армияһы башлығын башҡорттарҙың үҙ күре- үенең үҙенсәлекле бер сағылышы тип табырға була. Бығаса ла, әйтеп үтелеүенсә, урыны-урыны менән йә йырҙа, йә ҡобайырҙа Кутузов тигән фамилияның, башҡортлаиггырылып, йә Ҡотдос, йә Ҡотоз, Кутуз тип ҡулланылыуға һалынған шул мәғәнәне уның батырлығын Салауат Юлаев хаҡындағы йырҙа ҡулланылған әҙер поэтик саралар ярҙамында, йә уларға типологик оҡшаш алымдар менән асырға тырышыу ҙа ҡеүәтләй.

Кутузовты башҡорт яугирҙарының үҙ күреүе уның: «Молод­ цы, мои башкирцы!» — тигән һүҙенә ҡыуанышып «Любизар» йырын ижад итеүҙәрендә лә сағыла. Шуға күрә лә «Ватан һуғы­ шы» ҡобайырында Ҡаһымдың Кутузовҡа тиң полководец кеүек күрһәтелеүенә лә аптырайһы түгел. Был да, башҡорттарҙың уны һис тә кәмһетергә теләүенән түгел, ә үҙ күреүенән килә.

87
Закрыть