Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 85.

Киң билдәле «Ғәйшә бәйете», «Фатима бәйете» ише әҫәрҙәр героиняның башынан үткән хәл-ваҡиғаны, ул фажиғәле рәүештә үлгән булһа ла, уның исеменән бәйән итә. «Ҡаһым түрә» йырын­ да ла ошо алым ҡулланылған. Уның үлер алдынан ғына әйткән һүҙҙәре фажиғәлек пафослы бәйеткә тартым стилдә бирелә: Инәкәйем күлдәк текмәһен, вай кем, Итәккәйен әҙепләп текмәһен.

Француз яуын ҡаты тиҙәр, вай кем, Инәкәйем мине көтмәһен.

Биш йөҙ генә йылҡы күбүк йылҡы, вай кем, Айырым башҡа торған һор юрға.

Үлмәҫ кенә өсөн тыуғаным юҡ, вай кем, Хәсрәткәйем ҡалды күп йылға.

Хәлгенәйем минең бигүк ауыр, вай кем, Ҡәберемде бөгөн ҡаҙығыҙ.

Башҡынама минең таш ултыртып, Исемемде шунда яҙығыҙ...

Көйө бер үк булһа ла, «Ҡаһым түрә» йырының тексы бына шулай берсә мәҙхиә, берсә мәрҫиә, берсә фажиғәле бәйет булып киткән һыҡтау жанрҙарына хас стилдәрҙән туҡылған.

Төрлө жанрҙар башланғысының синкретизмы «Кутуз бәйете» тигән әҫәргә лә хас. Мәғлүм булыуынса, төш — үҙе символик нигеҙле, мәҫәл кеүек үк, кинәйәле күренеш. Тимәк, «Кутуз бәйе­ те» — мәҫәл мөмкинлеген икеләтә файҙаланыусы, шул арҡала икеләтә кинәйәле, әҫәрҙән ғибәрәт. Бынан тыш, төш һөйләүгә бәй­ ле инаныстың сағылышы, уға кинәйәлелектең тағы бер ҡаты хас.

«Кутуз бәйете» Кутузов менән Ҡаһым түрәнең беҙгә риүәйәт, йырҙар буйынса таныш булған образына мөһим һыҙаттар өҫтәүе менән дә әһәмиәтле.

Шуның менән бергә башҡорт халҡы уларҙың икеһенә башҡа йыр бағышлаған. «Кутузов» тигәнендә уның илдәр иле булған Рәсәйгә бәрәбәр полководец икәненә баҫым яһала. Йыр һүҙҙәре менән әйткәндә: Рәсәй генә, һай, ил икән, Донъяла иң гүзәл ил икән.

Ҡ ушымта: Полководец, һай, Кутузов — Батыр ир икән, Һай, баһадир ир икән.

86
Закрыть