Воссияло, воссияло Красное солнце, — Воссияла вот бы у Кутузова Вострая сабля1.
Тик шуныһы, Платов менән Кутузовты маҡтап телгә алған рус казактары сығарған йырҙарҙан айырмалы рәүештә, «Ҡаһым түрә» йырында мәҙхиәгә хас юғары пафослы куплеттар артынса: Ҡаһым түрә уйынға сығыр ине, вай кем, Полковой командир ҡашында.
Ҡаһым түрә вафат булып ҡалды, вай кем, Владимир губерна башына, — тигән куплет теркәлгән. Уға эйәреп, йырға кинәт мәрҫиә мотив тары килеп инә. Илашыу арҡаһында, теүәл биш йөҙ яугир, тимәк, тотош бер атлы полк, ҡәбер ҡаҙа алмай, интегә. Тимәк, коман дирҙарын юғалтыуҙы бөтә ғәскәр ауыр кисерә, уның кәүҙәһен ҡәбергә һалғыһы килмәй. «Ҡаһым түрә менгән һор юрғаҡай... Түбән эйеп тора башҡайын». Мал тиклем мал да эйәһен юғал тыуҙы ауыр кисерә, тимәк. Шулай булғас, яратҡан командирын юғалтҡан яугирҙарға ни һан. Шундай йола бар. Мәрхүмде гүр эйәһе иткәс кенә, берәү, ғәҙәттә, мулла: — Был ниндәй бәндә ине? — тип һорай. Башҡалар уға берҙәм тауыш менән: — Арыу кеше ине! — тип яуап бирә.
Әгәр, фарман биргәнендә лә, ҡулында ҡурайы булыуы, фран цуз майорынан һорау алыуы, командаһын көнөнә биш урауы тураһында һүҙ барғанда, йырауҙар ҡылымдың хәҙерге заман формаһын файҙаланһа, шул уҡ стилдә ҡәбер ҡаҙалмау хәбәр ителгәндән һуң, Ҡаһым түрәнең «тау-таш ярыр йылдам ир», һүҙе хаҡ булыуы хаҡында үткән заманда әйтелеүе — ана шул йоланы үтәүгә бәрәбәр. Әйтелеш формаһы менән улар мәҙхиәгә оҡшаһа ла, асылда, мәрҫиә булып яңғырай.
Мәрҫиә башланғысын артабан Ҡаһымдың ун ете генә йәшендә тол ҡалған Сафыя атлы кәләшен йәлләү тойғоһо менән һуғарылған куплет көсәйтә.
Ҡаһым түрә менгән һор юрғаҡай, вай кем, Түбән эйеп тора башҡайын.
Ун ете лә йәшлек Сафыя һылыу, вай кем, Түгер инде күҙенең йәшкәйен.
1 Как бы нам вора поймать / / Русские исторические песни. — С. 176.
85