Повели этого майорика К нашему Кутузову.
Да и стал же майорика, Стал он пытать-спрашивать'...
Аңлашылыуынса, «әсир төшкән дошмандан һорау алыу» моти вы һүҙ барған йыр куплеттарында типологик яҡтан оҡшаш ҡына түгел, хатта уртаҡ булып килеп сыҡҡан. Ике йырҙа ла яуап биреүсе әсир — француз, етмәһә, уларҙың хәрби дәрәжәләре лә бер: улар икеһе лә — офицер, икеһе лә — майор. Шул да ике халыҡтың һуғыш йырындағы оҡшашлыҡты уртаҡлыҡ дәрәжә һенә күтәрергә мәжбүр итә. Ирекһеҙҙән, «Әсир төшкән дошман дан һорау алыу» мотивы «Ҡаһым түрә» йырына рус казактары йыры аша килеп инмәнеме икән? » тигән һорау моронлай. Шулай булһа, ни ғәжәп! Туранан-тура Кутузовтың ҡулы аҫтында хеҙмәт иткән башҡорт яугирҙары ла булған бит. Эш унда ғына ла түгел. Йыр, бәйет, ҡобайыр һәм риүәйәттәрҙә башҡорт атлыларының Кутузовҡа йылы мөнәсәбәттә булыуы сағылыш тапҡан. Уның фамилияһын беҙҙең атлыларыбыҙҙың башҡортлаштырыуы ла, йәғни Ҡотдос тип кенә атауҙары ла, күп нәмә хаҡында һөйләй булыр. Әйтелгәндәргә башҡорт казачий полктарының әлеге рус йырын ижад иткән һәм походта йырлап йөрөгән Дон казактары менән, иңгә-иң терәшеп, яу юлын бергә үтеүен дә өҫтәһәк, баяғы һорауға «Ысынлап та!» тигән яуаптан башҡа яуап табыуы ла ҡыйын.
Әммә шуныһы ла бар. Ҡаһым түрә, әсирҙе ҡалтыратырлыҡ итеп, унан һорау алһа, рус йырында, һорауҙың яза менән оҙаты- лыуы хаҡында әйтелә. Оҡшашлыҡ сиген үтеп, уртаҡҡа әүерел гән «әсир төшкән дошмандан һорау алыу» мотивының йөкмәт кеһе шул арҡала һиҙелерлек ҡырыҫлана төшкән. Шулай булмай һуң. Бында ла логика бар. Рус йырында һорау алыусы, улай- былай ғына командир түгел, ә власы ҙур командир, Кутузов үҙе, була. Мәғлүмдер ки, власы ҙурҙың — ҡоласы ҙур, йәғни уның хоҡуғы ҙур. Йыр, әйтерһең, бары ошо хәҡиҡәттә хаҡлыҡ барын раҫлай ғына. Етмәһә, был йырҙа Кутузовтың үткер ҡылыс ялт- латыуы хаҡындағы мәғлүмәт былиналарҙа ғына, унда ла, бер юлы метафора һәм эпитет хеҙмәтен үтәп, Владимир тигән кенәзгә ҡарата ғына ҡулланылған «Красное солнце» һүҙбәйлә неше менән йәнәш бирелә. Был да — уны ололоҡлау билдәһе, әлбиттә.
1 Как бы нам вора поймать / / Русские исторические песни. — С. 177.
84