Шунан беҙгә ҙур уңыштар теләне, Хаиндарҙан һаҡ булырға өндәне.
Килтерелгән өҙөктөң тәүге дүрт юллығы, ирекһеҙҙән, Арис- тотелдең ер аяғы — ер башындағы шәкерте Александр Македон- скийға өнһөҙ генә бик мөһим аҡыл биреүен хәтергә төшөрөргә мәжбүр итә. Өлкән вельможалары тыңламай башлағас, аптыра ғандың көнөнән, А. Македонский кәңәш һорарға остазы Аристо- телгә сапҡын саптыра. Сапҡынды тыңлап бөткәс, мәшһүр аҡыл эйәһе, баҡсаға сыға килеп, ҡарт алма ағастарын тумырып йыға. Урындарына йәш үҫентеләр ултыртып сыға. Шунан, бер һүҙ ҙә әйтеп тормаҫтан, сапҡынды ҡайтарып ебәрә. Ҡайтып етә лә был: — Аманатыңды еткереүен еткерҙем. Мәгәр остаҙың бер кәңәш тә бирмәне, — ти. Александр: — Һин барҙа ни эш ҡылды һуң? — тип һорағас, сапҡын баҡсала ни күрһә, түкмәй-сәсмәй, шуны һөйләп бирә. Шуны ишетеүе етә ҡала — Македонский ҡарт вельможаларын теге донъяға оҙата ла урындарына йәштәрҙе ултырта.
Эйе, Әйтелгән булһа ла аҫыл һүҙ, Һағында тормаһа әгәр күҙ, Беренән инеп ул ҡолаҡтың, Икенсе яғынан үтәләй Китте, барҙы, сыҡты, олаҡты.
Кутузовтың, алыҫтан тороп, торба аша ғәскәрендәге тәртипте барлауы — уны күҙәтеп торған Ҡаһымға: «Ғәскәреңде һәр саҡ барлап тор, унда һәр саҡ тәртип булһын!» — тип бойороуына тиң.
Ә инде хаиндарҙан һаҡ булырға өндәүе, торба аша күргән кеүек, Ҡаһымдың хаиндар ҡулынан һәләк булыу ихтималын күрәҙәләп, көн элгәре үк шуға борсолоуын аңлата булыр. Үке нескә ҡаршы, полководецтың юрағаны юш килә. Риүәйәт һәм йыр бәйән итеүенсә, уны Владимир ҡалаһында хаиндар ағыулап үлтерә. Шуға ла уға бағышланған йырҙа мәҙхиәгә ҡарағанда мәрҫиә, хатта һыҡтау башланғысы хас. Унда командир булған Ҡаһымдың Кутузов әйткәнде үтәгәндәй командаһын күҙ уңынан ысҡындырмауы, тынғыһыҙлығы («Командир ҙа булған Ҡаһым түрә, вай кем, Командаһын көн дә биш урай»), хаҡ һүҙле булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына («Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта, вай кем, Әйтер һүҙкәйҙәре хаҡ ине»). «Командаһын көн дә биш урай», — тигәндә, яугир йырауҙар Ҡаһым түрәнең тынғыһыҙ командир булыуын иҫтә тотһа, «Әйтер һүҙкәйҙәре хаҡ ине», — тип, һәр кемдең күңеленә ятышлы һүҙ табыуы, ялғанлауҙы 82