Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 80.

1812 йылғы Ватан һуғышы хаҡындағы риүәйәт, ҡобайыр, йырҙарыбыҙҙа, бығаса әйтеп үткәнсә, башҡорт яугирҙарының Кутузовты Ҡотдос батыр тип атауҙары мәғлүм. Бөйөк рус пол­ ководецының исем-атын шулай башҡортлапггырыуҙа һис бер йомаҡлыҡ юҡ. Шуның менән башҡорттар уны үҙ күреүен, хөр­ мәт итеүен белдергән.

Һүҙ барған бәйеттә рустың шул бөйөк полководецы бер нисә тапҡыр «Кутуз батша» тип тә телгә алына. Мәғлүмдер ки, Берен­ се Ватан һуғышы дәүерендә тәхет Александр I ҡулында була. Тимәк, Кутузовты батша тип атау тарихи дөрөҫлөккә тап килмәй. Әммә бәйетте ижад итеүселәрҙең үҙ логикаһы, үҙ дөрөҫлөгө. Сөнки тарихтың үҙен ижад итеүсе халыҡ шуны яҡшы белгән: Ватан яҙмышын С анкт-П етер бургтағы һарай түрендәге тәхеттә ултырған Александр батша түгел, илбаҫарҙарға ҡаршы яу асҡан Кутузов хәл иткән. Быныһы — бер булһа, икенсенән, француз­ дар императорҙары Наполеон Бонапарт етәкселегендә һуғышҡас, рус ғәскәренең Баш командующийы Михаил Кутузовты рангы буйынса, хыялда булһа ла, уға тиңләргә тырышыу ҙа үҙенекен итеүе ихтимал.

Кутузов менән Ҡаһым түрәнең үҙ-ара һәм, ғөмүмән, ошо ике сәрдәр менән башҡорт яугирҙары араһындағы йылы мөнәсәбәт йәнә шуның менән дә кинәйәләнә был бәйеттә. Әҫәрҙең үҙәген Кутузовтың төшө биләй. Ә төш тигәне әлеге бүрәнәләй йыланға бөркөт менән ҡарсыға ташланыуын тасуирлауҙан тора.

Башҡорттоң инанысы буйынса, кеше үҙенең төшөн теләһә кемгә һөйләргә тейеш түгел: уны ышаныслы һәм изге күңелле кешегә генә һөйләргә ярай. Ошо инаныстан сығып фекер ит­ кәндә, Кутузовтың үҙ төшөн Ҡаһым түрәгә һөйләүе — Кутузов өсөн башҡорттоң был полководецы ышаныслы һәм изге күңелле кеше булған, тип әйтеү менән бер икәненә төшөнөүе ҡыйын түгел. Ә инде шул уҡ төштө Ҡаһым түрәнең үҙ яугирҙарына еткереүе — уның уларға ышаныуына, уларҙы изге зат тип белеүенә ишара.

Кутузов менән Ҡаһым түрә араһындағы яҡынлыҡ йөмләһе­ нән бәйеттең һуңғы юлдарына күҙ һалһаҡ, унда ла ошо яҡынлыҡ кинәйәләнеүе аңлашылыр.

Кутуз батша, һөйләп бөткәс, торҙо ла, Ауыр баҫып, тәҙрә ҡырына барҙы ла Нәзурәх илә ҙур киңлеккә ҡараны, Ғәскәрендәге тәртипте барланы.

1 Нәзурә (ғәр. һүҙе) — күҙәтеү торбаһы.

81
Закрыть