Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 8.

Тарихи «Боҙ һуғышы»нда башҡорттар ҡатнашыуы хаҡында риүәйәт еткергән мәғлүмәттең уйҙырма ғына түгел икәнен, ситләтеңкерәп булһа ла, раҫлаусы бер документ табылды. Рус­ тарҙан һәм Рус дәүләтенә ҡушылып урыҫ динен ҡабул итеү­ селәрҙән торған 40 мендек ғәскәр 1709 йылда иштәк-башҡорттар өҫтөнә ташлана. Иштәктәр уларҙы тейешенсә ҡаршылай. Күрә­ һең, әлеге лә баяғы, ырыу-ырыу үҙ оранын ишетеү менән, тиҙ арала ҡоралланып, тупланып та өлгөрә улар. Бында шулай уҡ башҡорттарҙың һәр ҡалҡыулыҡ өҫтөндә һағауыл тотоп, уларҙың ҡолға башына ут ҡабыҙыу юлы менән яу баҫыуын хәбәр итеү системаһы ла үҙенекен иткәндер. Шул ысул ярҙамында беҙҙең бабаларыбыҙ урындан-урынға телеграф тиҙлеге менән хәбәр еткерә алған бит. Бынан тыш, уларҙың үҙҙәренә күрә союзник­ тары булыуын да иҫәпкә алырға кәрәк. Әлеге документта шул да телгә алына.

Ҡыҫҡаһы, баҫҡынсылар башҡорттарҙы еңә алмаҫтарына тиҙ төшөнөп, таймаҡ була. Сөнки башҡорттар, хәҙерге хәрби телдә әйткәндә, дәррәү рәүештә контратакаға күсә. Ана шул сәбәптән тегеләргә табан ялтыратыуҙан башҡа сара ҡалмай. Сигенеп барып, Оло Иҙелдең (Волганың) боҙона төшәләр. Был иштәктәр боҙ өҫ­ төнә төшмәҫ, тип белә улар (күрәһең, башҡорттар өсөн, ғәҙәттә­ гесә, ат дағаһы проблема булған). Әммә башҡорттар аптырап ҡалмай: яу менән килгән ят бауырҙарҙы уратып алалар ҙа, улар тирәләй боҙҙо уя ла сығалар. Баҫҡынсылар күпме булһа, шул килеш аты, ҡоралы менән һыу төбөнә китә. Ошо хаҡта бәйән иткән документты Төркиәнең Истанбулдағы Осман архивы Татар­ стан архивсыларына тапшырған булған. Уны яҡташыбыҙ, фило­ логия фәндәре докторы Рәмил Исламов Ҡазанда сыҡҡан «Гасыр- лар авазы» журналында баҫтырғайны.

Башҡорт «Невскийҙарының Боҙ һуғышы» хаҡында 1710 йыл­ дың июнендә ҡалмыҡ ханлығы ханы Әйүкәнең илсеһе Пәһлеван Ҡолойбай Ғосманлы дәүләтенең (Төркиәнең) баш вәзиренә һөйләгән. Бына ул документ: «Дәүләтле, сәгадәтле Садырәгьзам* хәзрәтләренә калмык хакиме Әюкә* ханнан илчесе Пәһлеван Колыйбай белән килгән хатның тәржемәсе.

Галимәнзәләт*, игьтибарны щолеп итүче Вәзирәгьзам, сез- нең дустыгызга дусбыз, сөю һәм мәхәббәт итәрбез, әмеренчә ки сүзебез булган илчебез Пәһлеван Колыйбайда. Калмык хакиме Әюкә ханның илчесе Пәһлеван Колыйбайньщ телдән сөйләгән- нәре: «Әюкә ханньщ миннән элек килгән илчесе Мөхәммәдсалих* белән Бөек падишаһ тарафыннан күндерелгән дәрәжәле хат­ тан, патшаларча илтифаттан бик шат булып: «Күпме хәзи- нәләр килсә дә, дөнъяда нинди морадым булып [ул] хасил булса 9
Закрыть