мөнәсәбәтен сағылдырыуға ҡорола. Тәүге осраҡта ул йә шиғри хикәйәне, йә шиғри юлъяҙманы, һыҡтауҙы хәтерләтә, икенсе осраҡта формаһы йәһәтенән лирик йырға тартым була.
Пафос йәһәтенән бәйеттәр араһында мәҙхиә, мәрҫиә рәүе шендәгеләре лә, нәсихәткә, юмор һәм сатираға нигеҙләнгәндәре лә осрай. Бынан тыш, мәҫәл рәүешендәге бәйеттәр ҙә була. «Кутуз бәйете» — ана шундайҙарҙың бер миҫалы. Ләкин мәҫәл менән мәҫәл араһында ла айырма бар. «Кутузов бәйете» шуны ла раҫлай.
Ғәҙәттә, мәҫәл аллегорияға ҡорола. Был ҡанун һүҙ барған әҫәрҙә лә күҙәтелә. Оло Ватаныбыҙ тарихы хаҡында башланғыс мәғлүмәте булған кешегә лә, ҡорбан артынан ҡорбан көҫәгән, ахырҙа, бөркөт ояһына ла уҡталған бүрәнәләй йылан образында был әҫәрҙә, бөтә Европаны иҙеп-тапап, Наполеон Бонапарт етәкселегендә инде Рәсәйгә лә ҡул һалыусы француз илбаҫарҙары кәүҙәләндерелә икәненә төшөнөүе ҡыйын түгел. Бөркөт ояһы, тигәндә, Рәсәй күҙ уңында тотолғас, шул йыланға ташланған бөркөттөң Михаил Илларионович Кутузов етәкселегендәге рус ғәскәрен символлапггырыуын да тәфсирләп аңлатып тораһы түгел.
Сая бөркөт йыланға ташланыуын ташлана, әммә теге мәлғүн дең бирешергә самаһы юҡ: Китә бәрелеш, бөркөт йыланға ташлана, Кем уҙарҙан көрәш вә тартыш башлана.
Йылан һаман бөркөт ояһына яҡынлай, Кесек йәндәрҙе ашауҙан һис тартынмай.
Шул саҡта бөркөткә ярҙамға ташланған ҡарсыға йөҙөндә беҙ рус ғәскәре менән иңгә-иң килеп, илбаҫарҙарға ҡаршы күтәре леүсе башҡорттар ойошторған 28 атлы полк яугирҙарын таный быҙ. Хатта ки уларҙың кем етәкселегендә нисек һуғышыуы ла сит-ситләп, кинәйәләнә әҫәрҙә. Быға беҙ бәйет менән танышып сығып, уның башланышына яңынан күҙ һалған саҡта төшөнәбеҙ. Ә әҫәрҙең башында Ҡаһым түрәнең Кутузовты маҡтауы хаҡында хәбәр ителә. Артабан иһә маҡтарлығы бар, тип ҡуйғандай итәбеҙ. Сөнки, Ҡаһым түрә әйтмешләй: Беҙҙең ғәскәр ир-егетлек күп эшләгәс, Мәхшәр саҡта ҡурҡыуҙарға һис төшмәгәс, Кутуз батша башҡорттарҙы ныҡ яратты, — ти, һәм «тапшырырға хәрби бүләк» уның үҙен саҡыртҡан, ти.
80