Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 78.

батырҙар элек тә ғәҙел көрәшкә күтәрелгән булыуына, хәҙер инде көрәш эстафетаһын алыу нәүбәте Ҡараһаҡалға етеүен, уның да тарих аренаһына уларҙың ҡаһарманлыҡ традицияһын дауам итергә, ишәйтергә саҡырылыуын әйтергә теләгән, әлбиттә. Килмәт батырҙың Ҡара атын уға бүләк итеү шуға күрә символик мәғәнәгә эйә: ул ана шул идея кимәлендәге эстафета тапшыры- лыуының тере кәүҙәләнеше кеүек ҡабул ителә. Ә инде Ҡара- һаҡалдың Сәйет батыр ҡәберенә ҡуйылған ташты үбеүе шул эстафета идеяһын тағы ла баҙыҡландыра. Шуның менән бергә батырҙың был ғәмәле сакраль мәғәнәгә лә эйә: ошо йоланы атҡарып, ул антының изге булыуын, ирек тигән изге маҡсатты ғәмәлгә ашырыу өсөн ҡулына ҡорал алып, ат менеүен аңлатҡан. Ошо күҙлектән ҡарағанда, Ҡаһым түрәнең анты ла, асылда, тарихи үткәндәге ҡаһармандарыбыҙ традицияһын дауам итергә, улар данын ишәйтергә теләүенең поэтик саралар менән аңлат­ маһынан ғибәрәт. Ни өсөн поэтик саралар менән? Уны ни өсөн сәсмәүер стилендә әйтмәгән? Уның сере шунда. Мифологик фекерләүҙән арынып бөтмәгән дәүерҙәрҙә ата-бабаларыбыҙ шиғри һүҙҙең магик көсөнә ныҡ инанған. Әгәр ҙә ул көйләп тә әйтелһә, уның тылсым ҡөҙрәте икеләтә арта тип белгәндәр. Ә борон һәр теҙмә телмәр өлгөһө тик көйләп башҡарылыр бул­ ған. Шиғыр, ҡобайыр, йыр, бәйеттәрҙе лә сығарыу процесында ла көйләп-һамаҡлап ултырыр булғандар. Белгестәр әйтеүенсә, А. С. Пушкин шиғыр яҙғанында ауыҙ эсенән генә көйләп- һамаҡлап ултырыр булған. Ҡараһаҡал да, Ҡаһым түрә лә үҙҙә­ ренең антын көйләп-һамаҡлап әйткән булырға тейеш.

«Ватан һуғышы» ҡобайыры буйынса, һөжүмгә күсергә бат­ шаны Кутузов күндерә алмай торғанда ғына, йәнәһе, «меңләгән яу эйәртеп, юлда туҙан уйнатып, Ҡаһым барып сыҡты, ти». Килеп, «илде баҫҡан дошманға яу сабырға» килеүен батшаға әйтеүе була — Кутузов уны күтәреп үк ала була. Артабан икеһе ике яҡтан: Кутузов — һулдан, Ҡаһым — уңдан, дошманды ҡы­ ҫымға ала булалар. Ҡобайырсы фантазияһы бына шулай рус армияһы командующийы менән башҡорт ғәскәренең башлы­ ғын бер тиң һуғышыусы ике полководец итеп күрһәтә. Ҡылған батырлыҡтары өсөн Кутузов та, Ҡаһым түрә лә алтын миҙалға лайыҡ булған, йәғни батша тарафынан икеһе лә тиң баһаланған, тип раҫлау ҙа — шул идеяны һыҙыҡ өҫтөнә алыу менән бер. «Кутуз бәйете» лә, иш янына ҡуш булып, шуны уҡ раҫлай.

Бәйет, ғәҙәттә, әҙәм балаһының башынан үткән хәлдәрҙе йә баштан-аяҡ бәйән итеүгә, йә шулар айҡанлы тыуған кисереш­ тәрҙе, үҙе ҡатнашҡан, шаһит булған ваҡиғаларға әҫәр геройының 79
Закрыть