Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 77.

Ил дошманын ҡыумайсы, Һөрлөктөрөп ерендә, Яуын тар-мар ҡылмайсы, Ҡан илаған илемдең Ҡонон яулап алмайсы, Илем мөрхәтһенерлек, Быуын-быуын буйына Бары телдә һөйләрлек, Йәш быуынға һәр саҡта Яуҙа өлгө булырлыҡ Батырлығым ҡылмаһам, Наполеон һарайын Аҫтын-өҫкә килтереп, Пыр туҙҙырып ҡайтмаһам, Ағиҙелдән эскән һыу Йөрәгемә таш булһын!

Иркәләнгән аҡ тәнем Ҡорт, ҡуңыҙға аш булһын!1 — тип бөтә ғәм алдында ант итә була.

Ҡаһым түрәнең анты «Ҡара ат» эпосында Ҡараһаҡалдың (1739—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәксеһе Миңлеғол Юлаевтың) анты менән ауаздаш. Ихтилалсы батыр үҙенә тиклем батшалыҡҡа ҡаршы яу асҡан Сәйет батырҙың ҡәбер ташын үбеп: Атҡа мендем, алға, тип, Әҙер торҙом, яуға, тип.

Ҡылысынан ҡан тамған, Һайҙағынан ыу тамған, Ҡатындарын тол иткән, Балаларын ҡол иткән, Йортон-ерен көл иткән Дошманыма ҡоном бар, — тип ант итә2. Иртәктә Аҡай, Килмәт, Йосоп, Миндеяр, Сәйет б.атырҙар телгә алына. Юҡҡа түгел был. Шуның менән иртәксе сәсәндәр башҡорт халҡының аҫабалығын ҡурсалап, бик күп 1 Сәсән аманаты. — 278 — 279-сы бб.

2 БХИ / Текстарҙы һайлап алып, томды төҙ., инеш мәҡ., аңлатмалар авт., һүҙлек әҙерләүсе — Әхмәт Сөләймәнов; яуаплы мөхәрр. Рауил Бикба­ ев. — Өфө: Китап, 2006. — 8-се том: эпос: иртәктәр һәм эпик ҡобайырҙар. — 357-се б.

78
Закрыть