Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 76.

13. Героик шәхестәр һәм герой шәхесе образы Беренсе Ватан һуғышы хаҡындағы фольклорҙа батырлыҡ төшөнсәһенең тарихи шәхестәр йөҙөндә асылышы менән дә осрашабыҙ. Был яҡтан Ҡаһым түрә менән Кутузовҡа бағыш­ ланған әҫәрҙәр бик тә үҙенсәлекле. Конкрет шәхестәрҙең образы менән эш итһә лә, фольклор уларҙы индивидуалләштереп тор­ май, ғөмүмән, был осраҡта документаллеккә ынтылмайынса, халыҡ уларҙы нисек күрергә теләгән, шулай һынландырған. Быныһы — бер булһа, икенсенән, улар айырым-айырым да, бергә лә һүрәтләнә.

«Ҡаһым түрә» риүәйәте төрлө версияларҙа таралған. 1922 йыл­ да Тамъян-Ҡатай кантоны Күбәләк-Тиләү волосы (хәҙерге Учалы районы) Ишкен ауылынан Фәхрисламов Мөхәмәтйәндән яҙып алынған версия буйынса, Ҡаһым түрә ғәскәре менән, йәнәһе, ун көн, ун төн эсендә Мәскәүгә барып етә. Йәнәһе, уны күреүе була, Мәскәүгә ут төртә һалып, Наполеон табанын ялтырата. Сик аша сыҡҡансы, уны баҫтырып барып, Мәскәүгә кире килеп, Ҡаһым түрә, йәнәһе, батшаға Парижды алырға кәңәш бирә була. Башҡорттоң легендар полководецының абруйын һәм бә­ ҫен күтәреү өсөн, бына шулай документаллектән ситләшеп, уны батша менән һин дә мин һөйләшеп, кәңәш-төңәш итмәле, сама­ нан тыш ҡеүәтле һәм тәүәккәл ғәскәр башлығы итеп күрһәтә риүәйәтсе. Артабан да ул риүәйәттең стилен үҙгәртмәй. Парижды алыу картинаһын да күтәренке романтик пафослы итеп тасуир­ лай: йәнәһе, дошмандың баш ҡалаһын Ҡаһым ғәскәре ала. Йә­ нәһе, бының өсөн башҡорттар ата-бабалары заманынан мәғлүм яу тактикаһын уңышлы ҡуллана: ҡаланың стенаһы аша уның егеттәре юғарыға уҡ сойорғота башлай. Баштарына уҡтар яуа башлауы була — француздарҙың ҡапҡа һаҡлаусылары тырым- тырағай ҡасып ҡотола. Башҡорт яугирҙарына шул ғына кәрәк.

Әгәр ҙә көрәшсе бәһлеүән хаҡында һүҙ бара икән, ғәҙәттә, риүәйәтселәр уны сынйырлап етәкләп йөрөтөүҙәренә иғтибар иттерә. Ҡаршы яҡтың көрәшсеһе менән алышҡансы уҡ, уның ажарын алыу, шөрләтеү өсөн шулай итер булғандар, йәнәһе. «Ҡаһым түрә» риүәйәтендә башҡорт ғәскәрендә лә шундай уҡ көс-ҡеүәт эйәһе телгә алына. Ҡоралы ла ябай булмаған, ти, уның: теләһә ниндәй ҡорос йоҙаҡты өҙә сабырлыҡ булаттан булған, ти. Нуҡталап ҡына алып йөрөтөлгән ул бәһлеүәнде Ғариф тип белгәндәр. Һаҡсылары ҡасып китеүгә, ҡала ҡапҡаһының йоҙа­ ғын ҡылысы менән шул баһадир өҙә саба була.

«Ватан һуғышы» ҡобайыры буйынса, яуға китер алдынан Ҡаһым, халыҡ алдында ер үбеп: 77
Закрыть