Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 74.

ролен еренә еткереп атҡарып яу ҡаһарманы тип нарыҡланыуға лайыҡ булыуы уҡ ул яугир ҡатынды шулай уҡ билдәле итә. Бат­ ша ҡулынан миҙал алыуы ла шул турала һөйләй. Исеме әйтелмәү арҡаһында ғына ул күләгәлә тороп ҡалған хәлдә кеүек тойола. Асылында иһә Йәнтүрәнең хәтирәһендә был ҡатын төп герой вазифаһын уңышлы атҡара. Шуға ла «Ватан һуғышы» ҡобайы­ рында Мөхәмәтша сәсәндең яугир ҡатынды Аҫылбикә тип исем- ләүе ошо аңлашылмаусанлыҡҡа махсус рәүештә сик ҡуйырға теләүе кеүек аңлашыла.

В. Зефировҡа Йәнтүрә үҙе тураһында һөйләмәй, ҡатынының ҡаһарманлыҡтарын ғына бәйән итеүе иһә, уның ут-һыуҙы бергә үтеп, тоғролоғо һыналған ҡатынына оло ихтирамы, ҡартайған көндәрендә лә уға ҡайнар мөхәббәтен һаҡлауы хаҡында уйла­ нырға ерлек бирә. Ә яугир ҡатын, ҡарап үтеүебеҙсә, ундай мөнәсәбәткә лайыҡ.

Ҡатыны тарафынан бер тапҡыр үлемдән, икенсе тапҡыр әсир булыу хурлығынан ҡотҡарылыуын иҫәпкә алмағанда, тура­ нан-тура үҙенең яу юлы хаҡында Йәнтүрә бер ни ҙә һөйләмәһә лә, хәтирәһе менән тулыһынса танышыу, сит-ситләп булһа ла, уның үҙе хаҡында ла фекер уятмалы. Өс көн, өс төн ат өҫтөнән төшмәй, ҙур темп менән походта барыу һөҙөмтәһендә, йонсоған Йәнтүрәнең Дрезденға яҡын ерҙә үлер сиккә еткән ерҙән бисәһе ярҙамында һөлөклө күлдән һауығып сығыу менән, атына һикереп менә һалып, алға киткән отряд артынан сабыуы уҡ уны үҙ өҫтөнә төшкән яугирлыҡ бурысына яуаплы ҡараусы яугир итеп танырға мәжбүр итә. Ә инде француздарҙың яҡшы ҡоралланған регуляр отряды менән осрашҡанда, һырт биреп ҡасмай, алыша башлауы уны, ҡурҡыуҙы онотоп, үҙен хәүеф аҫтына ҡалдырып булһа ла, ҡыйыу алышыуҙы үҙ күреүсе ҡаһарман итеп күрһәтә.

Йәнтүрә образын тулыландырыуҙа тирмәһенең интерьерын- дағы бер деталь һәм үҙенең шуға аңлатмаһы ла ҙур роль уйнай. Ул да тирмә хужаһының яу юлын батырҙарса үтеүе хаҡында өнһөҙ генә хәтирә һөйләп торғандай була. Шулай булмай һуң, бында һүҙ боронғо батырҙарҙың айырылмаҫ атрибуты — тимер күлдәк, һайман (кольчуга) хаҡында бара бит. Йәнтүрәнең тирмә­ һенә килеп инеү менән, В. Зефиров юҡҡа ғына уға иғтибар иткән тиһеңме. Ана был турала нимә тип яҙған ул: «Я обратил внимание на одну вещь в кибитке: это была кольчуга — старинный боевой наряд башкирцев. Она составлена вся из стальных колец, но на­ добно заметить, что три кольца, соединенные четвертым, состав­ ляют только одно звено целого; она закрывает человека с головы до пояса; я попробовал ее надеть, но не смог; в ней было весу 75
Закрыть