Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 73.

Сит-ят ерҙә, етмәһә, һуғыш ҡырында, хатта Йәнтүрә шунда йән биргән сүрәттә лә, уның янында ҡалыуы ла ул яугирбикәне тоғро ҡатындар идеалы кимәленә күтәрә. Бары ҡәҙимге ирле- ҡатынлы мөнәсәбәте күҙлегенән ҡарағанда, ул яугир ҡатын, ысынлап та, ауыҙ тултырып, ҡаһарманлыҡ ҡылған, тип баһалауға дәғүә лә итмәйҙер. Ә инде ире йөҙөндә бер яугирҙы яңынан аяҡҡа баҫтырыуы мәсьәләгә ир менән уға тоғро ҡатын мөнәсә­ бәте кимәленән генә түгел, уға юғарыраҡ кимәлдә, башҡорт ғәскәрҙәре, ил мәнфәғәте кимәленән сығып баһа биреүҙе, уның был ғәмәлен ҡаһарманлыҡ тип баһалауҙы талап итә.

Икенсе юлы Йәнтүрәнең ҡатыны туранан-тура яу шартта­ рында, унда ла һирәк ир затлы яугир зирәклеге менән оло ҡаһар­ манлыҡ ҡыла. Һаҡсы пикетта барыусы башҡорт атлылары менән француздар араһында бәрелештә, беҙҙекеләрҙең хәле мөшкөл икәнен яугир һиҙгерлеге менән самалай һалып, был ҡыйыу ҡатын, дошман һиҙмәгәндә, яу яланынан шылырға әмәлен таба ла ярҙамға казактарҙы эйәртеп алып килә. Был юлы ул яралы ирен дә, уның иптәштәрен дә әсирлек тигән хурлыҡтан азат итеүгә ирешә.

Йәнтүрәнең ҡатыны күрһәткән был батырлыҡ «Ватан һуғы­ шы» ҡобайырында ла сағылған. Әйтелгәненсә, унда ул Аҫылбикә тип исемләнгән (бәлки, Мөхәмәтша сәсән беҙгә билдәле булма­ ған сығанаҡтан уның хаҡында мәғлүмәт тапҡандыр. Сөнки ул XX быуаттың 30-сы йылдарында хәҙерге Әлшәй районында уҡыта. Мәғлүм булыуынса, Йәнтүрә тархан үҙ заманында шул тирәләрәк йәйләгән. Сәсән-фольклорсы уның хаҡындағы мәғлү­ мәтте урындағы фольклорҙан алыуы ла ихтимал). Ҡобайырҙа ул хатта яу башы вазифаһын үтәй: йәнтүрәләрҙе әсиргә алған француздарҙы ҡамап тотоуға рус казактарын үҙе әйҙәп алып килә.

Хәтирәсе был ваҡиғаның ҡайҙа барғанын әйтеп тормаһа, сәсән Париж тирәһендә булған хәл тип билдәләй: йәнәһе, күҙә­ теүсе башҡорттарҙы шул ҡаланан сыҡҡан дошман ғәскәре ҡамай була. Ошо хәлде күргәс тә: Аҫылбикә дошмандың Күплегене күрҙе лә, Килеп оран һалды, ти, Бөтә яуҙы эйәртеп, Яуға альт барҙы, ти.

Исеме мәғлүм һуғыш ветераны Йәнтүрә тархандың хәләл- бикәһе булыуынан тыш, шул ике яу эпизодында төп героиня 74
Закрыть