Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 72.

Мәскәүҙе лә алыуға өлгәшкән, тимәк, ифрат ҡеүәтле һәм яусыл тәжрибәле француз ғәскәрен өҙмәк тә йолҡмаҡ итеп, илдән ҡыуған батырҙар билдәһеҙ була тиме ни?! Улар әлеге заманда Кремль стенаһы янындағы ҡәберҙә ятҡан билдәһеҙ һалдат кеүек киң билдәле. Тимәк, тәрән мәғәнәле киң дөйөмләштереүгә, ти­ пиклаштырыуға яу ҡаһармандарының исемләп телгә алынмауы, билдәһеҙлектең билдәлелек төшөнсәһе алыуы үҙе сәбәп булған. Шуға күрә лә ул әҫәрҙәрҙең ошо үҙенсәлеге, Рәсәй тарафтарынан был һуғыштың ысын мәғәнәһендә халыҡ һуғышы булыуының милли фольклорыбыҙ тарафынан да художестволы раҫланышы тип ҡабул итергә генә ҡала.

Шартлы рәүештәрәк булһа ла, В. Зефировтың «Йәнтүрә хи­ кәйәһе»^ интертекст принцибы буйынса теркәлгән хәтирәне лә шундай әҫәрҙәр рәтенә ҡуйырға була. Сөнки ире менән бергә һуғышҡа китеп, яуҙың иң ҡыҙыу урынында йөрөгән, ир-ат булдыра алмаҫтай батырлыҡтар ҡылыуына ҡарамаҫтан, был әҫәрҙең героиняһы ла исеме менән бирелмәгән. Ә ни өсөн шарт­ лы рәүештәрәк? Сөнки ул ҡатын 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһарманы, Йәнтүрә атлы мәғлүм тархандың ҡатыны. Тимәк, иренең билдәлелеге аша ҡатынының кем булыуы билдәле була. Шул уҡ ваҡытта исеме әйтелмәһә лә, шул ҡатындың яугирлыҡ батырлыҡтары исем-шәрифтәре һәм тархан тигән титулы (ундай титулға эйә булғас, һуғышта ниндәйҙер дәрәжәләге командир) булыуы менән билдәле Йәнтүрәне яугирлыҡ миҙалы алған үҙ хәләлбикәһе тағы ла билдәлерәк итмәй ҡалмаған, әлбитттә. Ни тимә, халыҡтың «кемдеке — шуныҡы!» тигән баһалау һүҙе үҙенекен итмәй ҡалмаусан бит.

Йәнтүрәнең яугирлыҡ миҙалы ҡатынының һуғыштағы батыр­ лыҡтары дөйөмләштерелеп түгел, конкрет эпизодтарҙа асыла. Беренсеһендә, ҡарамаҡҡа, әллә ниндәй ҡаһарманлыҡ та ҡылма­ ған кеүек. Ат өҫтөнән төшмәй, оҙайлы походта барыу арҡаһында, арып, Дрезден янында үлем хәленә етеп, хатта: «Бәхил бул, тыу­ ған Башҡортостаным! Сикһеҙ сәхрәләрем, бәхил булығыҙ! Һеҙҙе яңынан күреү насип булмаҫ, ахырыһы», — тип, яралы Йәнтүрә бәхилләшеп бөтә. Ҡатыны ярҙамында һаҙлыҡлы күлгә төшөүе була — уны һөлөктәр һырып ала һәм үлергә ятҡан Йәнтүрә әҙәм булып китә. Тап ошонда һорауҙар тыуа башлай. «Ватан һуғышы» ҡобайырында әйтелгәненсә, әгәр ҙә мәгәр ул ҡатын, яу атына менгән ерҙән, иренең тыйыуына баш эйеп, кире төшһә? Әгәр ҙә, ире менән һуғышҡа килеп тә, ул үлем хәленә еткәндә, янында булмаһа? Эйе, ул сағында Йәнтүрә тархан В. Зефировҡа яу хәтирәһен һөйләп тә ултыра алмаҫ ине, моғайын. Герман ерендә ятып ҡалған булыр ине.

73
Закрыть