Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 71.

Тимәк, уртаҡ дошманға ҡаршы башҡорт казачийҙарына, рустар менән генә түгел, типтәрҙәр менән дә бергә-бергә һуғышырға, уртаҡ еңеү шатлығын да бергә кисерергә яҙған.

Яуҙа ҡатнашыусыларҙың хәрәкәте күплектә күрһәтелгән һайын, ошо куплет уларға фон һәм асыҡлыҡ вазифаһын атҡара. Мәҫәлән, йырҙа: Мәскәүгә лә керҙек беҙ, Парижда ла булдыҡ беҙ, Француздарҙы еңгәндә, Ер емереп йөрөнөк беҙ, — тигән куплеттағы «беҙ» һүҙе рус менән башҡортто аңлатыуын төшөндөрөп тороу яйһыҙ. «Любизар» йырының ошо куплетында әйтелгәнгә «Ватан һуғышы» ҡобайыры иһә асыҡлыҡ индергәндәй итә. Ҡор баштары, йыйылып, ҡасып барған француздарҙы кем ҡыуып барырға теләүен һорағас, йәнәһе, Татарҙан да урыҫтан, Сыуаштан да башҡорттан, Алтмыш тоҡом ҙур илдәге Бар тоҡомдан батырҙар Ырғып алға сыҡты, ти, «Беҙ барабыҙ!» — тине, ти.

Икенсе төрлө әйткәндә, ҡобайыр француз илбаҫарҙарына ҡаршы башланған Ватан һуғышы Рәсәй халыҡтарының бер төптән ҡуҙғалып, берҙәм көс булып ойошоуына форсат биреп, илде азат итеү көнөн яҡынайтыуға тап шул фактор хәл иткес роль уйнауына ишара яһай.

12. Исем-шәрифе билдәһеҙ яугирҙың билдәленән дә билдәлерәк булғаны 1812 йылғы Ватан һуғышын сағылдырған фольклор әҫәрҙә­ рендә француздар менән алышып, еңеү яулаусылар, ниндәй генә батырлыҡтар ҡылмаһын, ниндәй генә маҡтау, баһаларға лайыҡ булмаһын, башлыса, исемһеҙ генә, йәғни дөйөмләштереп, хатта үтә типиклаштырып ҡына, телгә алына. Шул үҙе үк үҙен­ сәлекле художестволы алым тип баһаланыуға лайыҡ. Сөнки яу ҡаһармандарының исемһеҙ телгә алыныуы — улар билдәһеҙ тигәнде аңлатмай. Бөтә Европаны тапап үтеп, хатта, XVII быуат башында Рәсәйгә баҫып ингән поляк интервенттары һымаҡ уҡ, 72
Закрыть