данлана. «Байыҡ» йырында иһә дошманды еңеп ҡайтыусы, дөрө ҫөрәге, еңеп ҡайтҡаны өсөн, башҡорттоң яугир егеттәре арыҫ ланға сағыштырыла: Ай, һай, һай, һай, Һары балды һалығыҙ!
Арыҫландай батырҙарҙың Арҡаһынан ҡағығыҙ!
«Күп ерҙәрҙе байҡаған», «яуҙа дошман айҡаған», дошманды еңеп ҡайтыу шатлығынан йөҙҙәре балҡыған егеттәрҙе бына шулай ҡаршылайҙар тыуған яҡтарында.
Күмәклек төшөнсәһе «Любизар» йырында башҡорттарҙың рустар менән, Мостай Кәрим әйтмешләй, яуҙа — яуҙаш, дандаш булыуҙары юҫығында асыла һәм уртаҡ ватанды һаҡлауҙа һынал ған халыҡтар дуҫлығы өлгөһө мәғәнәһен ала.
Француздар танынылар Ә рәсәйҙә үҙҙәрен.
Рус, башҡорт ҡыҫмаҡлағас, Табалмайҙар эҙҙәрен.
Йырҙың ошо куплеты «Рус-француз һуғышы бәйете»ндә лә ҡабатлана. Тик унда «башҡорт» һүҙе «рус» һүҙен, «башҡорт» һүҙен — «типтәр» һүҙе алмаштырған, «Әрәсәйҙә» урынына «бын да кергәс» тип әйтелгән: Француздар бында кергәс, танынылар үҙҙәрен, Башҡорт, типтәр ҡыҫмаҡлағас, табалмайҙар эҙҙәрен.
Артабан «башҡорт менән типтәр яуҙаш, ҡоралдаш һәм дан даш» мотивы, төрләнә-төрләнә, тағы ҡабатлана: Француздың күпере, тимер икән селтәре, Башҡорт, типтәр тыуған икән француздан элгәре. Француздың аттары ҡырын ерҙә тулайҙыр, Башҡорт менән типтәрҙәр французды турайҙыр. Башҡорт, типтәр уҡтары, тура бара күптәре, Беҙ һуғышта күргәндәр әле бында бөтмәне1.
Бәйет бушты бәйән итмәй. Тарихтан белеүебеҙсә, Башҡорт останда төҙөлгән полктар араһында типтәр полктары ла була.
1 БХИ: Бәйеттәр. — 53-сө б.
71