Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 7.

Тыуған илең һәм йортоң, Аҡылын тот башҡорттоң, — тип иҫкәртеү менән бер була. һәр хәлдә, йылъяҙмасының тел төбөнән бына ошо аңлашылғандай итә.

НЕМЕЦ РЫЦАРҘАРЫН РУСТАРҘЫҢ ЧУД КҮЛЕНӘ БАТЫРЫУЫНА БАШҠОРТТАРҘЫҢ БУЛЫШҠАНЫ, БЫУАТТАР ҮТКӘС, ШУЛ ТАКТИКАНЫ УЛАРҘЫҢ ВАРИҪТАРЫ ҠУЛЛАНҒАНЫ Башжорт (Башгирд) хан, Бүнәкхан, Башҡорт хан дәүерҙәрендә башланған бәйләнеш, халыҡ шағиры Мостай Кәрим һүҙҙәре менән әйткәндә, «яуҙа — яуҙаш, дандаш һәм ҡәберҙәш» булыу традицияһы артабан да өҙөлмәгән. Хәтерегеҙҙәме, яуҙа алған яра­ һын дауалатып госпиталдә ятҡанында, яҙған «Үлмәҫбай» поэма­ һының геройы: Яуапты тапкыр ҡайтарам: — Ғәфү итегеҙ мине, Немец башын ҡырт-ҡырт ҡырҡкан Ана шул башҡорт инде.

Ә илем Рәсәй була, Дауылы, еле лә бар, Һинең бабаң батып үлгән Чуд тигән күле лә бар, — ти немец офицеры менән һөйләшкәнен иҫкә алып. Чуд күлендә- ге һуғыш 1242 йылда, йәғни Монгол яуынан теүәл бер йыл элек кенә, була. Тарихҡа ул «Боҙ һуғышы» тигән исем менән теркәлеп ҡалған. Заманында Батый хан тәрбиәләп үҫтергән Новгород- Владимир кенәзе Александр шул күлдә немец рыцарҙарын боҙ аҫтына сумдыра. Шул еңеүе өсөн Невский ҡушаматы ала. Бер башҡорт риүәйәте буйынса, ул Боҙ һуғышында башҡорттоң да ғәййәр егеттәре немец рыцарҙарын дөмбәҫләүҙә ҡатнаша була. Беҙҙең дәүерҙә Куба, Афған, Чечня һәм заманында бөтә ғәмгә мәғлүм булыуы шарт иҫәпләнмәгән тағы әллә ҡайһы тарафтарҙа тоҡанған ут эсенә үҙе теләп инеүсе күндәм башҡорт егеттәре табыла тороуына үҙебеҙ ҙә шаһит бит. Шуның кеүек дыуамалдар электә булған, әлбиттә. Батый хан пайтәхетендә саҡта, Александр менән бер үк яу-көрәш мәктәбен үтеп, артабан да уның менән бәйләнеште өҙмәгән башҡорт егеттәре лә булғандыр бит инде. Әлеге яуҙа уны яҡлап, шулар ҡатнашыуы ла бар. Хәҙерге кон- трактниктар һымаҡ, аҡсаға ҡыҙығыусылар ҙа булыуы ихтимал.

8
Закрыть