Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 68.

Шулай булғас, «кеше менән хайуан ҡаны» аралашып, «ер һеңде­ реп өлгөрә алмай, өҫтән ташып», эркелеп ятыуына аптырайһы түгел инде.

Ҡан ҡойғос бәрелеш картинаһын шул да тулыландыра: яу- гирҙар үҙҙәренең аяҡ-ҡулы өҙөлөүен дә белмәй, «бәрелешәләр, төкөшәләр маңлай менән, Белер хәл юҡ, еңеүселәр бармы икән». Шул мәғлүмәттәрҙе теркәү, йөҙмә-йөҙ осрашҡанда, ике яҡтың да яугирҙары, үтә лә ярһып, онотолоп һуғышыуы, шул арҡала буталыштар тыуыуы, йәнле картина булып, күҙ алдына баҫа.

Көн буйына көрәш барҙы ҙур аҡланда, Иген-сиген күрә алмаҫһың ныҡ баҡһаң да.

Кеше менән хайуан ҡаны аралашты, Ер һеңдереп өлгөрә алмай, өҫтән ташты.

Ярһыу ирҙәр ҡурҡыу күҙен күрмәнеләр, Аяҡ-ҡулдың өҙөлгәнен белмәнеләрх.

Бәйетсе үҙе нисек һуғышҡан, яраланғанмы-юҡмы, бәйеттә ул хаҡта мәғлүмәт юҡ. Шуға күрә лә ул ике яҡты ла тиң күҙәтеп, нейтралитет позицияһында торған репортерҙы хәтерләтә. Репор­ тер булараҡ ул үҙе шаһит булған хәлде теркәүҙе төп маҡсаты тип иҫәпләгән кеүек, һәр хәлдә, бәйеттән әле килтерелгән өҙөктән уның үҙ ҡарашын билдәләү ситен. Хоҙай Тәғәләгә: Йә Илаһым, ҡарап тороп ни эшләйһең, Затлы халҡың ҡырыла бит, ник белмәйһең? — тип ялбарыулы һорау биреүе лә бәйетсенең симпатияһы ҡайһы яҡта икәнен асыҡламай. Уның ҡарауы; «Вәхшилектәр ҡылма­ һалар, ер тармы икән?» — тигән риторик һорауы уның был ваҡиғаларға битараф түгеллеген аңғартып ҡуя. Тик, әгәр ул ошо әйткәне менән сикләнһә, кемдәрҙе вәхши тип атауы аныҡ билдәләнмәй ҡалыр ине. Ни өсөн тигәндә, «ике яҡлап йыһан иңләп килә» бит ғәскәрҙәр. Шул риторик һорау артынса: «Мөр- тәд француз ер талауға ылыҡҡандар», — тип әйткәне генә бәйетсенең позицияһын — кемдәр яҡлы икәнен, тамам асыҡлай.

Кемде батыр егет тип иҫәпләп була? Әгәр шундай һорау тыуа ҡалһа, Беренсе Ватан һуғышы осоро йырҙары уға: һөрән һалыуы уҡ француздың ҡотон алһа, яу сапҡанда улар ҡалтырашып торһа, ана шул батыр булыр, тип яуап биргәндәй итә: 1 БХИ: Бәйеттәр. — 54-се б.

69
Закрыть