Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 67.

Яу ҡырында француздар менән бәрелеш йырҙарҙа йә яугир- ҙың батырлығына баһа, йә уның үҙ кисерештәре аша дөйөм­ ләштерелә. Баталь картинаны тасуирлау — уның бурысы түгел. Был бурысты бәйет һәм риүәйәт, йыр тарихы атҡарыусан. «Гер­ ман һуғышы бәйете», «Төрөк һуғышы бәйете», «Япон һуғышы бәйете» кеүек әҫәрҙәр был бурысты еренә еткереп атҡара, һуңғыһынан миҫал: Япондар туп аталыр, Төтөнө ергә яталыр — Ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ Тилмерешеп яталыр.

Диңгеҙ өҫтө ҡып-ҡыҙыл ҡан, Эркелеп үлек аға.

Ирҙәр үлә, башын һала, Балалар етем ҡала...

Баталь күренеште тасуирлау йәһәтенән «Француз бәйете» лә ундай әҫәрҙәрҙән ҡалышмай. Әле килтерелгән куплеттарҙа ҡанлы һуғыш тураһында төшөнсә уның һөҙөмтәһен һүрәтләү аша тыуҙырыла. «Француз бәйете» менән танышыусы иһә баталь картинаны күҙ алдына бөтә тетрәндергес һәм ытырған- дырғыс итеп баҫтырһын өсөн, бәйетсе ҡан образына өҫтөнлөк биргән. Аттарҙың, һуғышсыларҙың яраларынан аҡҡан ҡандың, ергә һеңә алмай, эркелеп ятыуын телгә алыу ғына ла бәрелештең ни тиклем аяуһыҙ барыуы хаҡында тулынан да тулыраҡ мәғлү­ мәт бирә лә ҡуя. Ошо урында А. П. Чеховтың, айлы төндө һүрәтләү өсөн, быуала йөҙөп йөрөгән шешәнең ай яҡтыһында мороно ялтырауын һүрәтләү ҙә етә, тигәне, йәғни бер худо­ жестволы деталь аша тотош картина хаҡында төшөнсә тыуҙырыу мөмкинлеге хаҡында әйткәне хәтергә килә. Бәйетсе, әйтерһең, шул бөйөк прозаик һәм драматург тыуырҙан күп дәүерҙәр алда уҡ ошо принциптың әһәмиәтен яҡшы аңлап эш иткән. Ергә һеңә алмай эркелеп ятҡан ҡан — һуғыштың үтә лә аяуһыҙ булы­ уы хаҡында тулы төшөнсә бирмәле художестволы деталь, образ булараҡ кимәленә күтәрелә бәйеттә.

Бәйетсе ҡан образы аша һуғыштың аяуһыҙ ҡаты булыуы хаҡында төшөнсә биреү менән генә сикләнеп ҡалмай. Шул тиклем ҡан түгелеүҙең, тимәк, һуғыштың сәбәбен асыуҙы ла кәрәк тип таба. Бының өсөн бәйетсе, һан-иҫәптән тыш, арауыҡ (пространство) һәм ваҡыт категорияһын да бик урынлы файҙа­ лана: берҙән, «ике яҡтан йыһан иңләп (һан-иҫәп) ғәскәр килә», икенсенән, көрәш «көн буйына» (ваҡыт), «иге-сиген күрә алмаҫ­ һың, ныҡ баҡһаң да», ана шундай «ҙур аҡланда» (арауыҡ) бара.

68
Закрыть