Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 66.

тормалы ир-ҡош ҡиәфәтле образ килеп баҫа. Шул сәбәптән был образ «Ирәмәле» йырында бары йәнәшәлек маҡсатында башҡа күрһәтелгән ыласын ҡош һәм батыр егет образдарын бер үҙе кәүҙәләндереп, шул йырға һалынған идеяны күтәреп ала: Ыласьш ирҙәр хас дошманды онотмаҫтар, Һепереп түкмәй, изге ерҙән вә ҡайтмаҫтар, Ҡәлғәләрен вата-емерә, өңөнә етеп, Француздарҙы пәймәнлеккә (солохҡа. — Ә. С.) сәбәп иттек.

Бәйет бына шулай Ватан алдындағы бурысты намыҫ менән үтәү тойғоһо кисереүсе яугирҙың ҡәнәғәтлек хисе менән һуға­ рылған.

Мәғлүм булыуынса, 1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында «Үлтер, улым, фашисты» — яугирҙарыбыҙға халҡыбыҙ биргән төп наказы булды. Хатта халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти шул саҡырыу-девизды баш итеп айырым шиғыр ҙа яҙғайны. Шуның кеүек, Беренсе Ватан һуғышы дәүерендә лә йыр­ ҙан әле килтерелгән саҡырыу рәүешендә яңғыраусан «Батыр егет, ай, шул булыр, Француздың етер башына» ише девиз иғлан ителгән булыуы ихтимал.

Шуның менән бергә Беренсе Ватан һуғышы темаһына бағыш­ ланған фольклор әҫәрҙәре яу йолаһының боронғо бер ҡағиҙәһен дә иҫтән сығармаған. Ә ул шунан ғибәрәт булған: әгәр ҙә мәгәр ҡаршы яҡ яу артынан яу асып йә барымтаға йыш сапһа, яфа күреүселәр уларҙы уратып алып, бер генә йән эйәһен имен ҡал­ дырып, ғәҙәттә, уның тәненә уңалмаҫлыҡ, юйылмаҫлыҡ тамға һалып, ҡалғандарын тотошлай ҡырғандар. Ят бауырҙан тик берәү­ ҙең генә имен ҡалдырыу йолаһының мәғәнәһен шулай аңлатырға була: йә дошман булһалар ҙа, еңеүселәр уларҙың нәҫелен өҙмәү яғын күргән, йә шул бер йән эйәһе, иленә ҡайтып, үҙ ҡәүемен ҡабат был яҡҡа сапҡын яһамаҫҡа өгөтләргә тейеш булған. «Француз яуы» бәйетендә яу йолаһының яҙылмаған шул ҡағи­ ҙәһе үҙенсәлекле сағылыш тапҡан. Башҡорт яугиры бер фран­ цузды атып йыҡмауын ана нисек аңлата.

Атманым был хәшәрәткә, Юлыҡтырҙым бер хикмәткә: Һырт ҡайышьш телеп алдым, Аркаһына тамға һалдым, Ебәрҙем шул үҙ яғына, һөйләһен тип дуҫтарынах.

1 БХИ: Бәйеттәр. — 54-се б.

67
Закрыть