Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 65.

юҡ». «Ватан һуғышы» ҡобайыры иһә Салауаттың һүҙен ҡеүәт­ ләгәндәй шулай ти: Мин, мин, тигән батырҙар, Түбә сәсен тетрәтмәй, Асыуьшы таштырып, Йөрәктәрен һуҡтырмай, Уралында уҡ юнып, Дошманға башаҡ ҡайрамай, Булат ҡылысьш һелтәп, Ас арыҫландай баҡырмай, Күҙенә ҡан һауҙырып, Юлбарыҫтай ажғырмай, Дошман яуын күргәндә, Ас бүреләй, ташланмай, Тыныс ятҡан ир-аттар Илгә батыр булырмы?1 Шуның кеүек оран һалып, ғәскәр башында торған егетте йыр, батыр тип аталһа ла, уны яу эсендә күрге килә. Йырҙа был теләкте ҡәнәғәтләндермәле һүҙҙәр ҙә бар, имеш. Йырҙың икенсе куплетынан батыр тип аталған егеттең «тау-таштарҙы ярып яуға сапҡан», йәғни мифик геройҙар көнләшмәле яу башы икәнен беләбеҙ. Артабан ул күҙ алдында миф геройынан ҡәҙимге ер геройына әүерелгәндәй була. Сөнки ул «Уҡ-Һаҙағын алып, яуҙар сабыусы» «Бөрйәндәрҙең батыр егете» булып сыға.

«Ирәмәле» йырында батыр егет статик хәлендә күрһәтелгән­ дә генә түгел, яуҙа француздар менән сайма-сай алышҡанда ла ыласынға сағыштырыла. Ыласындың ҡыйғырлығы — осҡанында, башҡа ҡоштарға тынғы бирмәүендә, ә егеттең батырлығы французды аяуһыҙ ҡыра белеүендә күренә.

Ыласынҡай тигән, ай, аҫыл ҡош Ҡош ҡундырмаҫ ағас башына.

Батыр ғына егет, ай, шул булыр — Француздың етер башына.

Яугирҙың батырлығын нарыҡлау өсөн, «Француз бәйете»ндә лә фольклор өсөн әҙер образ иҫәпләнгән ыласын образы файҙаланылған. Ғәҙәттә, ул эпитет йә сағыштырыу вазифаһын башҡарһа, был юлы, «ирҙәр» һүҙе менән йәнәш килеп, метафо­ раға әүерелгән. Шул арҡала күҙ алдына донъя мифологияһына хас традицион ҡыҙ-ҡош (йәки ҡош-ҡыҙ) образы менән йәнәш 1 Сәсән аманаты. — 268 — 269-сы бб.

66
Закрыть