Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 64.

реализм элементтарының көсәйгәнлеге күренә. Был йырҙарҙа һүрәтләнгән батыр ҙа, унан элегерәкке йырҙарҙағы кеүек, атаҡ­ лы шәхес түгел. Йыр уның батырлыҡтарын да элеккесә һыуға батмай, утта янмай торған әкиәт батыры итеп һүрәтләмәй. Фран­ цуз яуы тураһындағы йырҙарҙың батырҙары — ҡәҙимге, ябай кешеләр»1.

Беҙҙең ошо яҙмабыҙҙың тарихҡа һылтанған бүлегенән күренеүенсә, рәсми сығанаҡтар яу ҡырында башҡорттарҙың ысын-ысынында батырлыҡ һәм патриотизм өлгөләре күрһәтеүен раҫлай. Ә йыр һәм риүәйәттәр иһә шул факттарҙы художестволы дөйөмләштереү һөҙөмтәһенән ғибәрәт. Беҙҙең ҡарашыбыҙса, француз яуын ҡайтарыуға бағышланған йырҙарҙа иң әүәл тра­ дицион батырлыҡ төшөнсәһе, конкрет тарихи осор талабына яраҡлаштырылып, яңы йөкмәтке менән байытылған. Әгәр тради­ цион батыр образы толпарға атланған булат ҡылыслы, бәһлеүән кәүҙәле, ғәйрәт сәсеп торған ир-егет ҡиәфәтендә һынландырылһа, хәҙер инде Ватанды яҡлап, ғөмүмән, ҡара көстәргә түгел, фран­ цуздар йөҙөндәге конкрет дошмандарға ҡаршы яуҙа батырлыҡ ҡылған ғына батыр иҫәпләнә. Уның ҡарауы, ошо идея менән һуғарылған йырҙарҙа батырҙы ыласын менән сағыштырыу күҙәтелә. «Ҡаһым түрә» йырының геройы үҙенең командирлыҡ тауышын ыласын тауышына оҡшата: «Ыласынҡай кеүек тауы­ шым сыҡһа, Ғәскәрҙәрем килә ҡаршыма». Ыласын образы аша батыр образын асыу йәһәтенән «Ыласын ҡош» йыры бик үҙен­ сәлекле. Унда ғәскәр башында оран һалып тороусы батыр башта Ирәндек башына ҡунып, саңҡылдаған ыласын менән сағыш­ тырыла: Саңҡ-саңҡ итә ыласьш, ай, үткер ҡош, Ҡунған Ирәндектең башьша.

Ыласьш кеүек һөрән һалып, Тора батыр яуҙың башында.

Ғәскәр башында тороп оран һалыусы егетте Ирәндектең саңҡ-саңҡ иткән ҡыйғыр ҡошона сағыштырыу ярҙамында батыр образы тыуҙырыла, әммә әлегә беҙ уны хәрәкәттә күрмәйбеҙ. Әйтерһең, йырау уның хаҡында шулай дөйөм пландараҡ һәм статик хәлендә генә мәғлүмәт бирергә теләгән. Салауат Юлаев әйтмешләй, «батырмын, тип, кем әйтмәй — яу килгәндә йүне 1 Галин С. Ә. Башҡорт халҡының йыр поэзияһы: йыр жанрының ҡайһы бер мәсьәләләре. — Өфө: Башҡортостан кит. нәшр., 1973. — 113 -сө б.

65
Закрыть