Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 63.

үҙләштереп, яу ҡырында ҡыйыу-ҡыйыу һөжүм яһай башлаған башҡорттарға шөрләү ҡатыш һоҡланыуҙарын белдереп, уларға «төньяҡ амурҙары» тигән лаҡап тағыуҙарына һис тә аптырайһы түгел.

Ҡарт тарих бәйән иткәнде милли фольклорыбыҙ ҡомарт­ ҡылары ла хуплай һәм раҫлай.

10. «Беҙ һуғыштан сыҡҡанда, Алдан сыҡты даныбыҙ...» «Риүәйәт һәм йыр рәсми акттарҙа табып булмағандың бары­ һын да тулыландыра. [Бер ни хәтлем] шаштыра биреп, бүрттерә төшһә лә, йыр, хәтирә, риүәйәттә һәр саҡ дөрөҫлөктөң асылы йәшеренгән була»1. Башҡортостанды өйрәнеүгә бар ғүмерен ба­ ғышлаған, халҡыбыҙҙың тарихын төптән белгән, уның фолькло­ рының тәмен, татын яҡшы аңлаған Руф Игнатьевты (1829—1886) риүәйәт һәм йырҙарыбыҙҙың эстетик ҡиммәттәр булыуы менән бер рәттән, танып белеү әһәмиәтенә бына шулай юғары баһа биргән. Уның был баһаһы туранан-тура 1812 йылғы Ватан һуғы­ шы тураһындағы риүәйәт һәм йырҙарға ла ҡағыла. Ысынлап та, художестволылыҡ файҙаһына арттырыу һәм бүрттереүмелер, беҙ уларҙан әлегә тарихсыларыбыҙ асығын ғына әйтә алмаған факттарға юлығабыҙ. Риүәйәт һәм йыр буйынса, беҙ башҡорттоң Ҡаһым түрә тигән полководецы булғанын, француздар менән бер оло бәрелештә башҡорттар ҙур батырлыҡ өлгөһө күрһәткәне өсөн, Ҡаһымды саҡырып алып, Кутузовтың: «Любезные вы мои башкирцы, молодцы!» — тип әйткәнен, бер бәйеттән уны һаҡ булырға иҫкәрткәнен беләбеҙ.

Шулай ҙа быға тиклемге күҙәтеүҙәр менән танышҡан уҡыу­ сыла һорау тыуыуы ихтимал. «Ярай, — тип әйтергә мөмкин ул, — оло яуға ил-йорт, туған-тыумаса менән бәхилләшеп, шул уҡ ваҡытта ғәйрәт сәсеп, еңеү менән кире ҡайтырға вәғәҙә биреп, үҙҙәрен көтөүҙәрен һорап яуға киттеләр ҙә, ти. Ә яу ҡырында үҙҙәрен нисек тотҡандар һуң? Нисегерәк батырлыҡ ҡылғандар?» Ошо хаҡта уйланып, Салауат Галин шулай тип яҙғайны: «Француз яуы тураһындағы тарихи йырҙарҙа батыр­ ҙарҙы һүрәтләгәндә, дөйөм эпиклыҡ бер аҙ кәмей төшкән, унда 1 Игнатьев Р. Г. Башкир Салават Юлаев, пугачевский бригадир, певец и импровизатор / / Башкирия в русской литературе / Сост., предисл., биогр. спр., коммент. и библиогр. М. Г. Рахимкулова. — Уфа: Башкортостан, 1964. — Т. 2. — С. 82; Уфа: Башкнигоиздат, 1990. — Т. 2. — С. 281.

64
Закрыть