Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 62.

юлын һаҡлауҙа ҡатнаша. Торараҡ, 3-сө, 4-се, 5-се башҡорт полк­ тары, Башҡортостанда төҙөлгән 1-се типтәр полкы беренсе округ ополчениеһына бирелә.

12 октябрҙә Малоярославец янында еңелгәндән һуң, Напо­ леон ғәскәре, алдын-артын ҡарамай, Франция ҡайҙа — беҙ шунда, тигән кеүек, көнбайышҡа һыпырта. Составында башҡорт атлылары булған рус ғәскәре уларҙы Мәскәүгә килешләй, үҙҙәре бер талап, фәҡирлек хәленә төшөргән Смоленск юлы буйлап сигенергә мәжбүр итәләр. Башҡорт һәм типтәр полктары, ирре­ гуляр атлы полктар менән бергәләшеп, сигенеүсе француздарға тын алырға ла форсат бирмәй, һөжүм артынан һөжүм яһап, уларға күп зыян килтерә. Ҡудашев отрядындағылар бик күп трофей һәм әсир алыуға өлгәшә.

Генерал-лейтенант П. К. Эссен корпусына ингән башҡорт атлылары, Буг йылғаһы буйында Дропчин тирәһендә сигенеүсе француздарға һис тынғылыҡ бирмәй, уларҙы эҙәрләй ҙә эҙәрләй.

Генерал Е. И. Чаплин ғәскәренә бирелгән 2-се башҡорт пол­ кы поляк генералы Конопканың отрядтарын ҡыйратыуҙа ҡат­ наша.

Ноябрь айынан башлап башҡорттоң 15 полкы (16 —20-се полк­ тар) Волга буйы ополчениеһы составында Украинаны дошмандан ҡурсалай1.

Ҡасыусы француздарҙы эҙәрләүҙә яҡташтарыбыҙ — Ырым­ бур казактары менән бергәләшеп, башҡорт атлылары ҙур батыр­ лыҡтар күрһәтә. Ырымбурҙың хәрби губернаторы Г. С. Вол- конскийға яҙған хатында М. И. Кутузов уларҙың көндәлек ҡа­ һарманлыҡтарына хайран ҡалыуын белдереп, былай тип яҙған хатында: «Вы не можете представить, Ваше сиятельство, радости и удовольствия, с каким все и каждый из русских воинов стремятся за бегущим неприятелем и с какою храбростью наши воины, в том числе и казаки и некоторые башкирские полки, поражают их»2. Рус армияһының Баш командующийы башҡорт яугирҙарына биргән был оло баһа йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан француз генералы Марбоның мемуарынан юғарыла кил­ терелгән баһаһы менән ауаздаш. Генерал тиклем юғары хәрби дәрәжәгә эйә булған икән, тимәк, яу-көрәш фәне тәңгәлендә ҙур тәжрибә туплаған кеше әле генә дары еҫен еҫкәй башлаған башҡорттар тураһында әйткән. Тимәк, ни әйтерен белеп әйткән. Шуға күрә лә көрәш мәктәбе биргән дәрестәрҙе яҡшы уҡ 1 История Башкортостана с древнейших времен до 60-х гг. XIX в. — С. 394-395.

2 Там же. — С. 396.

63
Закрыть