1813 йылдың 4 — 7 октябрендә Лейпциг янында тарихҡа «Ха лыҡтар һуғышы» тип теркәлгән хәл иткес һуғыш була. Унда ике яҡтан 500 мең кеше ҡатнаша. Шунда рустар өҫтәлмә көстәр индерә. Әлеге Марбо яҙып ҡалдырыуынса, улар араһында уҡ- һаҙаҡ менән генә ҡоралланған башҡорттар ҙа күп,була. Шунда ҡоралланғандары өсөн «беҙҙең һалдаттар уларҙы төньяҡ амур ҙары тип атаны», тип ҡуйған үҙенең мемуарында был генерал1.
Йөҙөргә өйрәнеү өсөн, кәмендә һыуға инеү зарур. Шуның кеүек, башҡорт полктары ла яу тәжрибәһен яуҙа туплай килә, Марбо ишеләрҙе үҙҙәре тураһында икенсе төрлө фекер йөрө төргә мәжбүр иткәндәр һуғыша — 2-се башҡорт полкы (коман диры майор Курбатов) III армия авангардында Брест-Литовск эргәһендәге һуғышта ҡатнашып (1812 йылдың 16 июлендә), батырлыҡтар күрһәтә. Бәләбәй уезы Сәпәш ауылы егете Әйүп Ҡәипов, Стәрлетамаҡ әйәҙе Күсәрбай ауылы Аралбай Аҡсул панов IV дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә. (Туғанда ры, яҡташтары уларҙы белә микән. Белмәһәләр, эҙҙәренә төшөп ҡараһындар ине.) Башҡорт ғәскәрҙәре 26 июлдә Смоленск янында һуғышҡан мөһим разведкала була. 27 июлдә 1-се башҡорт полкы, атаман Платовтың кавалеристары менән бергә, Лошня һәм Молево Болото ауылдары янында француздың Себастьяни дивизияһын ҡыйрата, дошмандың һул флангыһы яғынан рейдҡа инеп, Напо- леондың 28 меңлек ғәскәрен үҙенә йәлеп итеп, Бородино янында рус ғәскәрҙәренә ваҡытты оторға һәм шул арала көстәрен яңынан барларға форсат бирә.
Сентябрь айында 1-се башҡорт полкы полковник И. Е. Еф ремов отряды составында француздарҙың Мюрат етәкселе гендәге армияһына ҡамасау тыуҙыра. Шунан ул полк башҡорт егете полковник Н. Д. Ҡудашев отряды составында Мәскәүҙе блокадалай. Сигенеүсе француздар тарафынан шартлатырға әҙерләнгән Кремлде һаҡлап алып ҡала, Калуга юлынан сигенеүсе дошманға һөжүм ойоштора. Башҡортостан менән Мәскәү дәүлә тенең берләшеүенә 450 йыл тулыуға бағышланған тантанала сығыш яһағанында Президентыбыҙ В. В. Путин да башҡорттар ҙың был ҡаһарманлығына һоҡланыуын белдергәйне.
М. И. Кутузовтың фарманы буйынса генерал-лейтенант П. X. Витгенштейн командаһы аҫтындағы корпус башҡорт һәм казак атлы ғәскәре иҫәбенә тулыландырыла. Улар маршал Мак- дональдтың сигенеүсе ғәскәрен өҙмәк тә йолҡмаҡ итә, Петербург 1 Асфатуллин С. Заграничный поход башкирских полков в Отечествен ной войне 1812 года / / Ватандаш. — 2007. — № 5. — С. 84.
62