Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 60.

уларҙа ҡатнашыусы һәр яугирҙы икешәр ат, фураж, аҙыҡ, кейем-һалым, ҡорал менән тәьмин итеүе, етмәһә, агрессор ҡулы­ на эләккән украин халҡына матди ярҙам ойоштороуы, башҡа сығымдарҙы күтәреүе күҙ алдына килтерерлек тә, башҡа һыйҙы- рырлыҡ та түгел. Әммә, ни хәл итмәк кәрәк, факт — факт килеш ҡала.

«Яу яуҙан ҡурҡа, дау сәсәндән ҡурҡа», тигән кеүек, Рәсәй тигән оло Ватаныбыҙға баҫып инеүселәрҙе ни тиклем күрә алмауҙарын яуға ингән тәүге көндәрҙән үк, йән һәм тәндәрен аямай, юғары командование ҡуйған һуғышсан бурыстарын баш­ ҡорттар еренә еткереп үтәргә тырышыуҙары менән раҫлайҙар. Хатта дошмандар ҙа уларҙың тәүәккәллегенә, ҡыйыулығына һоҡланмайса булдыра алмаған. Хатта оҙайлы походтан һуң яу ҡырына тәүгә сыҡҡандары ла, тимәк, дары еҫен еҫкәп тә өлгөрмәгәндәре лә ғәжәпләндерә уларҙы. Француз баҫҡынсы­ ларының Марбо тигән генералының мемуарынан алынған тү­ бәндәге өҙөктә әйтелгәндәр — шуның бер раҫланышы ул. Бына нисек телгә алған ул башҡорттарҙы: «Эти новички еще совсем не знавшие французов, были так воодушевлены своими пред­ водителями, что ожидая превратить нас в бегство при первой встрече в самый день своего появления, в виду наших войск, кинулись на них бесчисленными толпами, но встреченные зал­ пами из ружей и мушкетов, оставили на месте битвы значи­ тельное число убитых. Эти потери, вместо того чтобы охладить их наступление, только его подогрели. Они носились вокруг наших войск, точно рои ос, прокрадываясь всюду. Настигнуть их было очень трудно»1. Марбоның зарланыуын аңлауы ҡыйын түгел. Сөнки ул устав һәм һөжүм, оборона тактикаһы ҡанундары ҡушҡан тәртиптә генә һуғышырға күнеккән. Сөнки башҡорт­ тарға уны-быны өйрәтеүсе булмаған. Мәскәү дәүләте менән берләшкәнгә тиклемге һәм Рәсәй батшалығы алып барған иҫәп­ һеҙ яуҙарҙа ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙҙан отҡолап алған яу йолаһын, далала күмәкләп һунар итеү тәртибен үҙләштереп, һуғышҡан башҡорттар, дошмандарға уҡ ямғыры яуҙырып, сап­ ҡанында, ергә ятып шыуышҡан төлкөнө хәтерләтмәле түҙемле аттарында йәһәт кенә дала буйлап таралышып, сигенер булған. Әлбиттә, гусар булһынмы, йә драгун булһынмы, тиҙ арыусан оҙон тороҡло ат менгән француздарға улар артынан хәрби так­ тика ҡанундарына ярашлы һөжүм ойоштороу мөмкин булмаған.

1 Башкирия в русской литературе / Сост., предисл., биогр. спр., коммент. и библиогр. М. Г. Рахимкулова. — Уфа: Башкнигоиздат, 1989. — Т. 1. — С. 408-411.

61
Закрыть