Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 59.

Илкәйенә дошман баҫып инһә, Кем генә һуң өйҙә ҡала икән?! — тип йырламаған бит. Шулай һүҙҙе ватансылыҡ юҫығына күсе­ реп, мәсьәлә күтәреп кенә ҡалмай ҡатын, «атҡа менеп, ҡулына ҡорал алып, ире менән бергә француз яуына киткән, ти». Ошо «Ирәмәле» йырының Спартак Ильясов вариантында Йосоптоң ҡатыны ауыҙынан сыҡҡан «ҡуйынҡайым тағы буш ҡала» тигән аһ-зарлы һүҙҙе «һинең яу сабыуҙарыңа өйрәнәһе түгел инде миңә» тип тә интерпретацияларға булыр ине. Әммә йәш ҡатын­ дың артабанғы ғәмәле быға форсат бирмәй. Сөнки ул һөйгән йәрен уйлап, борсолоп ултырыуҙан уның яугирлыҡ яҙмышын уртаҡлашыуҙы артыҡ күрә.

«Ватан һуғышы» ҡобайырында шундай мәғлүмәт бар: йәнәһе, Байыҡ сәсән һалған яу оранын ишеткәс: Урал тауы ҡуҙғалып, Бер ҡалҡыньт, бер батып, Сайҡалышып ҡуйҙы, ти.

Был һүҙҙәр башҡорттарҙың яуға дәррәү күтәрелеүен образ­ лы итеп кинәйәләһә, «Ирәмәле» йырында йәш ҡатындың яуға китер алды һүҙе шул кинәйәнең бер яуабы кеүек аңлашыла. Киңерәк алғанда иһә, ул ҡатындың яуға китер алды йырын, ғөмү­ мән, Наполеон етәкселегендәге француз агрессияһына ҡаршы 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт халҡының бер төптән ҡуҙғалыуы хаҡында ижад ителгән фольклор һәм әҙәби әҫәрҙәр­ ҙең бөтәһенә лә, уларҙы тикшереүгә бағышланған ғилми хеҙ­ мәттәргә лә эпиграф итеп алырға булыр ине.

9. Ҡарт тарихтың әйткәне Иҫ китмәле хәл. 1775 йыл. Салауат яуын ат ҡыуырға киҫкән талдан да ҡан таммалы итеп, ҡанға батырып, баҫтырыуға ни бары 37 (1775— 1812) генә йыл уҙған. Хәҙерге үлсәм менән кил­ гәндә, ҡорал тотмалы быуын саҡ 1793 йылда ғына өлгөрә. Әммә әлеге ҡырғындарҙан һуң, атай булыу бәхетен кисерерлек ир-ат һаны бик самалы ҡалыуын, дөйөм алғанда, халыҡтың иҡтисади хәле миңрәгәнлеген иҫәпкә алғанда (әйткәндәй, бындай статис­ тика менән шөғөлләнеүсе була ҡалһа, бик тә фәһемле асыштар яһар ине), нисек итеп дәррәү күтәрелеп, халҡыбыҙҙың яуға 28 атлы полк, уларҙы хеҙмәтләндереүсе әллә күпме тыл хәрби берекмәләре, меңәрләп-меңәрләп кешене сик һаҡларға оҙатыуы, 60
Закрыть