Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 58.

2011 йылда Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты студенты Алина Садиҡова Учалы районында билдәле сәсән Спартак Ильясовтан яҙып алған варианты буйынса, яуға китеүсе иренән ҡатыны исемләп тороп шулай ти: Ирәмәлкәй үңере — өс ҡарағас, Береһе ауһа, икеһе ҡуш ҡала.

Китәһең бит, Йосоп, китәһең бит, Ҡуйынҡайым тағы буш ҡала.

Бындай миҫалдар ҡағиҙәнән иҫкәрмә кеүек кенә ҡабул ителә. Иң мөһиме шул. Китапта донъя күргән вариантта ла, һуңғыһында ла, ҡарамаҡҡа, ир ҙә, ҡатын да бары интим хистәре хаҡында һүҙ алып бара: ир кеше ҡатынының ҡуйыны буш ҡалыуына борсолғандай тойола. Ҡатыны иһә: «Ни хәл итмәк кәрәк?! Эйе, шулай шул», — тип, бары иренең борсолоуын дөрөҫләү менән генә сикләнеп, бары ире әйткәнде дөрөҫләй кеүек. Йосоптоң ҡатынының «тағы» тигән һүҙе иһә шул дөрөҫләүгә асыҡлыҡ индерә. Икенсе төрлө әйткәндә, ирен яуға. оҙатыуҙы беренсе ҡат ҡына кисермәүен, әммә һөйгән йәр менән айырылышыуға күнеп тә, өйрәнеп тә булмауын, уны уйлап, тағы ла борсолоуҙарға дусар буласағын шул бер генә һүҙе менән дә белдерә ҡатын. Бындай борсолоу ҙа — тәбиғи, әлбиттә, «һары ла сәс» йырының лирик геройы ла: Ҡалырһың да, йәнем, ай, ҡалырһың, Ҡамыштарҙан күпер һалырһың.

Һөттән ап-аҡ беләккәйҙәреңде Кем күкрәккәйҙәренә һалырһың? — тип өндәшә бит үҙенең һөйгәненә. Был кинәйәле һүҙҙәрҙе әйтергә, үҙе яуҙан ҡайта алмаған сүрәттә, кәләшенең кем ҡулына ҡалып, кем менән түшәк бүлешеүе ихтимал икәнен уйлап борсо- лоуы мәжбүр итә, әлбиттә.

Әммә йырҙың елеге һуңғы куплетта булып сыҡҡан. Һөйөп ҡауышҡан, һөйөшөп кенә йәшәгән ҡатынын (әле килтерелгән куплеттарҙан шул аңлашыла ла инде) ҡалдырып китеү — ир кешегә, һөйгән иренән айырылып ҡалыу йәш ҡатынға ауырҙың да ауыры, әлбиттә. Әммә уларҙың мотлаҡ бергә булыуын талап иткән тағы бер нәмә бар. Улда булһа — патриотизм, ватансылыҡ тойғоһо. Йәш ҡатын бушҡа ғына: Һауаларҙа осҡан ҡарлуғастың Ҡанат оскайҙары ҡара икән.

59
Закрыть